Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары өсөн сольфеджио, музыканың элементар теорияһы буйынса зона музыкаль-теоретик олимпиадаһы
2019-01-18

2019 йылдың 18 ғинуарында  С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары өсөн сольфеджио, музыканың элементар теорияһы буйынса зона музыкаль-теоретик олимпиадаһы үтте. Сарала Учалы ҡалаһынан һәм Учалы районы ауылдарынан 18 уҡыусы ҡатнашты. Олимпиаданы теория булеге уҡытыусылары ойошторҙолар. Ҡатнашыусыларҙың эштәрен абруйлы жюри ағзалары:  Крайнова Е. Р., Ишмәкова А. Р., Айбатова Г. Т., Сергеева Е. Н., Әлшәева Ф. Ф., жюри председателе УСМК директоры Ғимазитдинова А. Х. баһаланылар. Уҡыусылар  тәҡдим ителгән эштәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡарҙылар. Үҙҙәренең   көйҙө ишетә һәм тойа белеү һәләттәрен түбәндәге конкурстарҙа күрһәтә алдылар: “Юғалған нота”,  “Көйҙө танып белеү”,  “Ритмик диктант”,  “Хатаны тап” һ.б  Конкурсанттар үҙҙәрен төрлө яҡтан күрһәтә алһын өсон, олимпиаданы ойоштороусылар барыһында эшләгәндәр.

Беренсе дәрәжә  лауреаттары булыуға өлгәштеләр: «Прима» һәм«Аллегро» командалары, Бренсе балалар музыка мәктәбе,  Учалы  ҡалаһы (уҡыт.: Кузнецова А. Ю., Ерденбекова К. В., Йәләлитдинова Р. К.). Икенсе дәрәжә лауреаттары: «Мелодинки» БСМ,  Миндәк ҡасабаһы (уҡыт. Илһамова Л. Р.), «Музыка төҫтәре» БММ  Уральск  ауылы (уҡыт.  Шайхина И. К.), «Аккорд» БСМ ,  Ҡунаҡбай ауылы (уҡыт. Диярова А. М.).  Өсөнсө дәрәжә лауреаты –  «Терцет» командаһы БСМ  Учалы  ауылы (уҡыт. Хөснөтдинова Г. М., Абдуллина Д. С.).

Һынауҙарҙы уңышлы үтеп сыҡҡас , конкурсанттар күренекле башҡорт композиторы  С. Низаметдиновтың тормошо һәм ижадына  арналған музейҙа булдылар. Һуңынан жюри ағзалары олимпиадала еңеүселәрҙе иғлан иттеләр һәм буләкләнеләр.

Олимпиада бик юғары кимәлдә үтте. Еңеүселәрҙе ысын күңелдән  ҡотлайбыҙ, ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебҙҙе белдерәбеҙ.

Елена Крайнова

 

Календарь

Июль 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019