Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
«Уралым» халыҡ музыка ҡоралдары оркестры уйнай Башҡортостан Республикаһына — 100 йыл
2019-03-01

2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы билдәләнә. Ошо әһәмиәтле ваҡиға айҡанлы, С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында бик күп саралар: конкурстар, концерттар, күргәҙмәләр ойошторола.

1 март уҡыу йортоноң концерт залында халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаты «Уралым» халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының концерты үтте (художество етәксеһе һәм дирижер Олег Крайнов).

 С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусылары һәм студенттары республикабыҙҙың 100 йыллығына сағыу, бай йөкмәткеле программа әҙерләгәйне. Концертта төрлө жанрҙағы инструменталь әҫәрҙәр яңғыраны. Гөлнара Батырова менән Ләйсән Фәйзуллина оркестр оҙатыуында йырҙар башҡарҙы. Салауат Низаметдиновтың  «Башҡортостан» увертюраһы менән «Башҡорт фантазияһы» концерт программаһының үҙенсәлекле солғаныуы кеүек ине.

Тамашасыларға гүзәл концерт бүләк иткән «Уралым» оркестрының йырсыларына һәм музыканттарына рәхмәтле тыңлаусыларҙың алҡыштары бүләк булды.

Елена Крайнова

 

 

Календарь

Декабрь 2023
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Ноя    
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Ссылки

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.