Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында Татьяна  көнө
2019-01-23

Һыуыҡ ғинуарҙа   серле , яҙғыса ҡыуаныслы  бер көн бар. Ул Татьяна көнө , Рәсәй студенттары көнө.  Беҙҙең илдә был байрам 25  ғинуарҙа  200  йыл инде билдәләнә.

Быйыл  колледжда   Рәсәй студенттары  көнөнә  арналған “Брейн – ринг”  уйыны ойошторолдо.  Ярыштарҙа 2 команда ҡатнашты: студенттар командаһы “ Даһиҙар” һәм   кураторҙар  (элекке студенттар) “ Билдәһеҙ кешеләр” командаһы.

Программа  ҡыҙыҡлы ла, төрлө яҡлы  ла булды. “Һорау-яуап”, “Ҡара ҡумта”,  “Дәртле көй”, “Мауыҡтырғыс калейдоскоп”, “Ребустар” конкурстары һөҙөмтәләре буйынса жюри ағзалары:  колледж директоры урынбаҫары Крайнова Е. Р., уҡытыусылар Иванова Ф. Н., Малышкина Л. В., Кайбышева Э. К. – “Иң отҡорҙар”ҙы, “Иң ижади һәләтлеләр”ҙе асыҡланылар.

Уйын бик фәһемле, зауыҡлы, мауыҡтырғыс булды. Ойоштороусы Илһамова А. Ғ.  кисәнең юғары маҡсаттарына тулыһынса иреште.

Календарь

Май 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019