Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалы ауылының Башҡорт гимназияһында профориентацион маҡсатта осрашыу үтте
2019-10-23

2019 йылдың 23 октябрендә Учалы ауылының башҡорт гимназияһында 9-11 класс уҡыусылары һәм ата-әсәләре өсөн С.Низаметдинов исемедәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының «Инструменталь башҡарыу» бүлеге уҡытыусылары Крайнов О.В., Вәлиуллина Э.Р. һәм «Декоратив-ғәмәли сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре» бүлеге уҡытыусыһы Шәрәфутдинова И.И. менән профориентацион маҡсатта осрашыу үтте.

Уҡыусыларҙы иң тәүҙә Элина Радик ҡыҙы сәләмләне. Ул колледж, ундағы уҡыу һөнәрҙәре, уҡырға инеү өсөн ниндәй имтихандар бирергә кәрәклеге, уҡыуҙы тамамлаған белгестәрҙең ҡайҙа эшкә төшә алыуҙары хаҡында бик ентекле сығыш яһаны. Крайнов О.В. колледждың ижади концерт эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары тураһында һөйләп үтте. Шәрәфутдинова И. И. ҙур булмаған экспозициянан торған студенттарҙың эшен тәҡдим итте, шулай уҡ «Декоратив-ғәмәли сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре» бүлеге тураһында һөйләне һәм уҡыусыларҙы был бүлектең йүнәлештәре менән дә таныштырып үтте. Осрашыу һуңында колледж эшмәкәрлеге тураһында видеояҙма күрһәтелде.

Мәктәп хакимиәте колледж директоры А.Х.Ғимазитдиноваға профориентацион сара ойоштороп ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Календарь

Октябрь 2022
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Сен    
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • VI Всемирная фольклориада CIOFF
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Национальный проект «Культура»
  • Проект Пушкинская карта

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.