Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Туриада-2019
2019-10-04

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында туристик слет үткәреү яҡшы йолаға әүерелде. Быйыл сара «Туриада-2019» ҡала- район ярыштары сиктәрендә үтте. Унда 7 команда ҡатнашты: «Берәҙәк артистар», «Дирижерҙар», «Моң», «Гастролерҙар», «Экстремалдар», «Йәштәр» һәм «Тейендәр».

Колледж уҡытыусылары Малышкина Л.В., Алевский С.А., Батршина Н.Н., Юдина Л.М., Протопопова И.И. « Тыуған яҡты өйрәнеү», «Флора һәм фауна» һәм «Медицина буйынса әҙерлек» этаптарына ҡыҙыҡлы биремдәр әҙерләгәндәр ине. Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты белгестәре физкультура уҡытыусыһы Тляубердин Р.Р. менән бергә «Ориентирлашыу», «Ҡаршылыҡтар һыҙаты» һәм «Туристик яраҡтары» этаптарын ойошторҙолар. Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитет призлы урындар алған еңеүсе командаларға грамоталар һәм аҡсалата приздар тапшырҙылар.

1 урынды «Милли уйын ҡоралдары», “Вокал сәнғәте”, “Халыҡ йырын яңғыҙ һәм хор менән башҡарыу» бүлегенең 2-3 курс студенттарының «Моң» командаһы яуланы. (кураторҙары Алтынаманова Л.Ш., Юлдашбаев И.С.)

2 урынды «Хореография ижады» бүлегенең 2-4 курс студенттарының «Йәштәр» командаһы алды (яуаплы уҡытыусы Моратова Э.Р.)

3 урынды – «Хореография ижады» бүлегенең 1 курс студенттарының «Экстремал » командаһы алды (кураторы Казиева И.А.)

Башҡа командалар төрлө номинацияларҙа билдәләнделәр:

«Иң ижади» команда тип «Берәҙәк артистар» командаһы билдәләнде. Инструменталь башҡарыу бүлегенең 1-4 курс студенттары (кураторы Вәлиуллина Э.Р.)

«Иң эрудит команда» тип «Гастролерҙар» командаһы табылды. «Милли уйын ҡоралдары», “Вокал сәнғәте”, “Халыҡ йырын яңғыҙ һәм хор менән башҡарыу» бүлегенең 1 курс студенттары (кураторы Йәғәфәрова Э.В.)

«Иң татыу» команда тип «Дирижерҙар» танылды. «Хор менән дирижёрлыҡ итеү» бүлегенең 1-4 курс студенттары (кураторы Илһамова А.Г.)

«Иң етеҙҙәр» командаһы тип «Тейендәр» табылды. «Декоратив-ғәмәли сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре” бүлегенең 1-4 курс студенттары (кураторы Хөснуллина Ю.А.)

Слет концерт менән тамамланды. Сарала ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусылар ыңғай тәьҫораттар алдылар.

Елена Сергеева

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019