Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Туҡыусылыҡ һәм кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре
2019-02-19

19 февралдә Свердловск өлкәһенең «Урта Уралда йәшәүсе халыҡтың милли мәҙәниәте үҙәге» дәүләт автономиялы мәҙәниәт  учреждениеһында башҡорттарҙың милли мәҙәниәтен сағылдырыусы төбәк-ара этнографик күргәҙмә асылды. «Свердловск өлкәһендә йәшәүсе Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше һәм Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу” программаһы сиктәрендәге «Мәңге һөйгән тыуған яғым…» тип аталған был сара Башҡортостан Республикаһының 100 йыл тулыуына ҡарата уҙғарылды.

Республикабыҙҙың данын Мәсетле районының һәм Учалы ҡалаһының ижади коллективтары яҡланы. Айырата әйткәндә, С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусылары Г.  Уҙаҡбаева менән А. Хажиева туҡыусылыҡ һәм кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Күргәҙмәгә килеүселәрҙең бик күптәре был техникалар менән ҡыҙыҡһынып, оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙем ҡатнашты. Сара барышында уҡыу йорто тураһында белешмәләр ҙә бирелде.

Тантаналы сара Мәсетле районы артистарының һәм урындағы фольклор коллективтарының концерты менән тамамланды.

Календарь

Декабрь 2023
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Ноя    
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Ссылки

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.