Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Толерантлыҡ тураһында әңгәмәләр
2019-02-21

21 февралдә Социаль-психологик ярҙам үҙәгенең белгесе «Хореография ижады», «Хор менән дирижерлыҡ итеү», «Халыҡ йырын яңғыҙ башҡарыу» һәм «Йыр сәнғәте» бүлексәләренең 1 курс  студенттары менән осрашты.

С. Фәттәхова «Толерантлыҡ тураһында әңгәмәләр» темаһы буйынса дәрес үткәрҙе. Тема бик актуаль, сөнки хәҙерге заманда, үкенескә, йәмғиәттә агрессияның артыуы күҙәтелә, экстремизм күренештәре лә юҡ түгел, конфликттар даими ҡалҡып тора. Йәштәргә хас максимализм, социаль проблемаларҙы йәһәт кенә хәл итергә ынтылыш арҡаһында йәмғиәттәге тотороҡһоҙлоҡ айырыуса йәштәргә ҡағыла. Светлана Булат ҡыҙы уҡыусыларға башҡаларҙы ихтирам итеүҙең мөһимлеген , ни өсөн проблемаларҙы тыныс юл менән хәл итергә кәрәклеген аңлатты. Студенттар «Тыңла һәм эшлә», «Эксперимент», «Беҙ төрлө-төрлө, әммә беҙ оҡшашбыҙ» тип аталған күнегеүҙәр эшләне,  «Мәктәптәге эҙәрлекләүҙәр» тураһында тыңланы, анкета һорауҙарына яуап бирҙе («Сабырмы һеҙ?», «Үҙегеҙҙе контролдә тота беләһегеҙме?»)

Башҡа милләттәр менән татыу йәшәүҙең, бер-береңә ҡарата һаҡсыл һәм ихтирамлы булыуҙың әһәмиәте хаҡында иҫкәрткән әңгәмә һуңында студенттар Светлана Булат ҡыҙына ҡыҙыҡлы сара өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Әлмира Илһамова

Календарь

Июнь 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019