Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Тере классика
2021-03-30

          «Тере классика» акцияһы 2013 йылдан алып үткәрелә һәм билдәле булыуынса, Рәсәйҙә булған иң масштаблы әҙәби проект, ул әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында үткәрелә. Проза әҫәрҙәрен ҡысҡырып уҡыу буйынса йыл һайын үткәрелгән конкурста 10 йәштән алып 17 йәшкә тиклем уҡыусылар үҙҙәренең яратып уҡыған әҫәрҙәренән өҙөк уҡып ишеттерәләр. Йыл һайын был проектта Рәсәйҙең 85 төбәгендә һәм 80 илдә  2,5 миллиондан ашыу  уҡыусы ҡатнаша. «Тере классика» акция сиктәрендә Учалы ҡалаһының балалар модель китапханаһында билдәле балалар шағирәһе А.Л.Бартоның тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. Конкурста Учалы коррекцион-интернат мәктәбенең уҡыусылары ҡатнашты.

С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусылары Алһыу Рафаэль ҡыҙы Ишмакова менән Ләйсән Дамир ҡыҙы Ғибәҙуллина балалар модель китапханаһы етәксеһенең үтенесе буйынса акцияға ҡушылдылар һәм уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар алдында профориентацион концерт-әңгәмә уҙғарҙылар.

         Мәктәп уҡыусылары студенттарҙың сығышын ихлас тыңланылар, башҡорт бейеүҙәрен һоҡланғып ҡаранылар. Концерт һуңында башҡорт йыры «Маһисәрүәр» көйөн ҡурайҙа һәм думбырала уйнап ишеттерҙеләр.

         Концертта ҡатнашҡан студенттарҙы тамашасылар алҡыштарға күмделәр. Бына улар: Ғибәҙуллина Эльвира «Хореография ижады” бүлегенең  1-се курс студенты, Семенова Ульяна «Оркестр тынлы һәм һуҡма инструменттар” бүлегенең 2-се курс студенты,  Исҡужин Эмиль «Вокал сәнғәте» бүлегенең 2 –се курс, Назаров Вячеслав “Халыҡ музыка ҡоралдары оркестры” бүлегенең 4-се курс, Рыҫҡолова Альбина һәм Йәнгилдин Вилдан «Рәсәй халыҡтары милли музыка ҡоралдары”  бүлегенең 4 курс студенттары.

          Концерт тамашасылар күңеленә хуш килде, киләсәктә лә балалар китапханаһында үтәсәк сараларға сығыш яһарға саҡырып ҡалдылар.

Календарь

Май 2023
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Апр    
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Ассоциация музыкальных образовательных учреждений
  • Год педагога и наставника
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.