Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
«Татар Пушкины»
2020-04-27

Ғабдулла Туҡай 1886 йылдың 26 апрелендә Ҡазан губернаһы Арса яғында Ҡушлауыс ауылында тыуа.

Улы биш айлыҡ булғас Мәхәмәтғариф хәҙрәт үлеп китә. Тол ҡалған Мәмдүдәне Сасна ауылына кейәүгә бирәләр. Бәләкәй Ғабдулланы ваҡытлыса аҫрамаға ауылда Шәрифә исемле фәкир бер ҡарсыҡҡа ҡалдыралар. Шағирҙың ғазаплы ауыр тормошо бына шулай башлана.

Һуңыраҡ әсәһе лә донъя ҡуя — Ғабдулла дөм йәтим ҡала. Сасна муллаһы йәтимде Өсөйлөгә, Ғабдулланың әсәһенең атаһына ҡайтарып бирә. Бында иһә үгәй өләсәй. Күп балалы ғаилә. «Үгәй өләсәйҙең алты күгәрсене араһында мин бер сәүкә булғанға, илаһам — мине йыуатыусы, иркәләнәм тиһәм — мине һөйөүсе, ашағым-эскем килһә — ҡыҙғаныусы бер ҙә булмаған, мине эткәндәр ҙә төрткәндәр…» Артабан Ғабдулланың бала сағы Уральск ҡалаһында дауам итә. Атаһы яғынан туған әбеһенең ғаиләһенә, сауҙагәр Ғәлиәскәр Усмановтарға алына. Бында ул «Мотиғая» мәҙрәсәһенә уҡырға йөрөй. Бындағы тормош йәш Ғабдулланың рухына ҙур тәьҫир яһай. Туҡай, параллель рәүештә, өс йыллыҡ рус мәктәбендә белем ала. Мәҙрәсәлә ғәрәп, төрөк, фарсы телдәрен яҡшы үҙләштергән малай кинәт кенә рус һәм Европа әҙәбиәте донъяһына сума.

1905 йылда Уральск ҡалаһында «Фикер», «Әл-ғаср әл-джәдид», «Уклар» беренсе татар гәзит-журналдары сыға башлай, Туҡай хеҙмәттәшлек итә, бик күп шиғыр-мәҡәләләре менән сығыш яһай.

1905 йылғы революция тулҡыны Уральскиға килеп еткәндә Туҡайға 19 йәш була. Революция биргән мөмкинлектән файҙаланып, Камил Мотиғый «Уралец» газетаһы нәшриәтен һатып ала. Туҡайҙың тормошонда яңы этап башлана. Ул хәреф йыйыусы булып эшкә керә. Большевиктар был типографияны листовкалар баҫтырыу өсөн файҙалана. Шуның йоғонтоһонда Туҡай ҡыйыу публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Әл-ғаср әл-джәдид» журналында шиғырҙары баҫыла. Туҡайҙың хыялында сатирик журнал сығарыу. 1906 йылда «Уҡлар» журналы сыға башлай, редакторы — Туҡай. Ҡыҫкаһы ул үҙ диңгеҙенә сума, типографияла көнө-төнө эшләй, шиғыр-мәҡәләләр яҙа, тәржемә итә. Уральск шағиры Туҡайҙы Ҡазанда, Ырымбурҙа, Санкт-Петербургта яҡшы беләләр.

1907 йылда Туҡай Ҡазанға юллана. Бында «Әл-ислах» гәзитендә, «Яшен» журналында актив ҡатнаша.

1910 йылда «Ялт-йолт» сатирик журналы сыға башлай. Туҡай бөтөн көсөн ошо журналға бирә. «Шәреҡ» клубында халыҡ ижады буйынса лекциялар уҡый, концерттарҙа ҡатнаша. 1913 йыл башында шағирҙың сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшай, ләкин ул ижад эшен ташламай. 15 апрелдә

Туҡайҙың ғүмере өҙөлә. Ҡазан быға ҡәҙәр бындай күп халыҡлы йыназаны күргәне булмай. Ауыл-ҡала мәҙрәсәләрендә уҡытыу туҡтатыла. Туҡайҙы Ҡазандың Яңы биҫтә зыяратында ерләйҙәр.

28 апрелдә С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Иванова Ф.Н. zoom платформанан Ғ.Туҡай иҫтәлегенә арналған сара үткәрәсәк.

 

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019