Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Сығарылыш студенттарының эшкә урынлашыуы
2022-05-19

       27 апрелдә Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт өлкәһе дәүләт бюджет һөнәри белем биреү йорттарының сығарылыш студенттарын эш менән тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы булып үтте. 2022 йылда Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжын 9 йүнәлеш буйынса 41 студент тамамлаясаҡ. Инструменталь башҡарыу, Вокал сәнғәте, Яңғыҙ һәм халыҡ йырҙарын башҡарыу, Халыҡ йырҙарын хор менән башҡарыу, Хор менән дирижерлыҡ итеү, Музыка теорияһы, Биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре: ташты нәфис эшкәртеү, туҡыманы художество биҙәү, нәфис туҡыусылыҡ һәм кейеҙ баҫыу, Халыҡ художество ижады: хореография ижады бүлектәренең йәш белгестәре Учалы, Белорет, Бөрйән, Мәсетле, Әбйәлил райондары, Сибай, Учалы, Белорет ҡалалары, Межозерный ҡасабаһы һәм Силәбе өлкәһе филармония, балалар музыка мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәбе, мәҙәниәт йорттарына йүнәлештәр алдылар. Студент, уҡыу йорто һәм эш биреүселәр араһында өс яҡлы килешеүҙәр һәр сығырылыш студенты менән төҙөлгән. Был эшкә урынлашыу өсөн нигеҙ булып тора. С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы директоры Айгөл Хәмиҙулла ҡыҙы Ғимәзитдинова сығарылыш студенттарына дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һынауҙарын уңышлы тапшырырға һәм артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлегендәге уңыштар теләне.

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019