Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Шәхси күргәҙмәләре «Инеш»
2022-03-17

       2022 йылдың 21 февралендә «Урал» галереяһында (Өфө) Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының «Декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре» бүлеге уҡытыусылары Хәжиева Әнисә Әнүәр ҡыҙы менән Узакбаева Гүзәл Миннәғәле ҡыҙының Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған «Инеш» шәхси күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Экспозицияла башҡорт сәнғәте мотивтарынан торған төрлө туҡыу техникаһы буйынса башҡарылған эштәрҙе күрергә мөмкин.

       Тантаналы сараның почетлы ҡунаҡтары булып Һөнәрселек союзы идараһы рәйесе Элеонора Васильевна Саунина (БР Һөнәрселек палатаһы), сәнғәт белгесе Лариса Искәндәр ҡыҙы Ҡудоярова, рәссам –художник Ләлә Әсәдуллина, Учалы энциклопедияһының баш мөхәррире Фәизова Фатима Алтынбай ҡыҙы торҙо. Галереяның директоры Кайдалова Кәримә Шәрип ҡыҙы күргәҙмә ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы һәм мәҙәниәт бүлеге етәкселәренә рәхмәтен белдерҙе. Күргәҙмәне асыу республика тормошонда ҙур ваҡиға булды һәм матбуғат менән яҡтыртылды («Башҡортостан республикаһы» гәзите, Башҡортостан рәссамдары берекмәһе, Республика халыҡ ижады үҙәге).

Узакбаева Г.М., Хәжиева Ә.Ә.

Календарь

Март 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Фев    
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Ссылки

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.