Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Батырлыҡ дәрестәре, афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға арналған көн
2022-03-17

      15 февралдә С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында  3 курс студенттары менән Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға арналған батырлыҡ дәресе үткәрелде.

        Уҡыусыларҙа хәрби бурыс һәм Ватанға тоғролоҡ, һуғыш тураһында уҡыусыларҙың белемен киңәйтеү, унда ҡатнашҡан һәм һәләк булғандар иҫтәлегенә хөрмәт тәрбиәләү сараның маҡсаты булып торҙо.

        Афған һуғышы беҙҙең ил һәм донъя тарихында ҡот осҡос ваҡиға булып тора. 1988 йылдың майында совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу башлана, ул 1989 йылдың 15 февралендә тамамлана. Бер кемгә лә хәбәр ителмәгән һуғыш 9 йыл 1 ай һәм 19 көн дауам итә.

       Тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, 1989 йылдың 15 февралендә  40-сы армия етәксеһе генерал-лейтенант Борис Громов иң һуңғыһы булып  Аму-Дарья күперен үтеп беҙҙең ғәскәрҙәрҙе Афғанстан еренән алып сыҡты.

         Изге еребеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған, Афған ерендә һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен!

Календарь

Март 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Фев    
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Ссылки

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.