Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Балалар художество мәктәбе уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре.
2021-04-19

       12 апрель Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Балалар художество мәктәбе уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. «Биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре» бүлеге уҡытыусылары Үҙаҡбаева Г.М. менән Хәжиева Ә.Ә. өлкән класс уҡыусыларына колледж тураһында һөйләнеләр, уҡыу йортона инеү тәртиптәре менән таныштырҙылар, музейҙың күргәҙмә залында үткән «Ҡурсаҡ иле» күргәҙмәһе буйынса экскурсия үткәрҙеләр. Үҙаҡбаева Г.М кейеҙҙән башҡорт сувенир ҡурсаҡтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Хәжиева Ә.Ә балаҫ һуғыу техникаһы менән таныштырҙы. Оҫталыҡ дәрестәрендә 30 ашыу уҡыусы актив ҡатнашты. Һәр уҡыусы ҡурсаҡты үҙ ҡулы менән эшләп ҡараны һәм станокта балаҫ һуғып ҡаранылар. Балалар художество мәктәбе уҡыусылары осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалдылар.

Календарь

Март 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Фев    
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Ссылки

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.