Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Ата-әсәләр йыйылышы
2018-11-24

24 ноябрҙә С. Низаметдинов ис. УСМК концерт залында ата-әсәләр  йыйылышы үтте. Ҡунаҡтар алдында “Скоморохтар» халыҡ инструменттары ансамбле  (етәксеһе Сергей Алевский),  «Экспромт» йыр ансамбле (етәксеһе Эльза Кайбышева, концертмейстер Зөбәйлә Фәтҡуллина), «Ҡойон»  халыҡтар буйеүе ансамбле (еткселәре Вилдан Аглеев һәм Юлиә Зайнышева) сығыш яһанылар.  Колледж студенты Мәғәсумов Рәмис ҡурайҙа Н. Даутовтың  «Фатима» әҫәрен башҡарҙы. Сағыу пьеса менән  ксилофонда  Мөғәллимов Рөстәм һәм гитарала  Курочкина Анастасия  сығыш яһанылар. Царенок Татьяна һәм Ғәлиәстәнов Вилдан әсәй тураһында  йыр башҡарҙылар.  Дәүләтҡолов Эмиль күңелдәрҙе  тетрәнерлек итеп Р. Сафиндың «Әсәйемдең ҡәһәре» шиғырын һөйләп ишеттерҙе.

Ата-әсәләр йыйылышы  колледж директоры Ғимазитдинова Айгөл Хамиҙулла ҡыҙының тәбрикләү  һүҙҙәре һәм изге теләктәренән  һуң дауам итте.  Артабан Учалы районы администрацияһы  эргәһендәге бәлиғ  булмағандарҙың эштәре буйынса комиссия белгесеТүләбаева Г. Р.  Үҙ сығышында  балаларҙы тәрбиәләүҙә ата-әсәләрҙең хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында иҫкәртте. Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Сергеева Е. Н. «Быуындар һәм уларҙың  уҙ – ара аралашыуы үҙенсәлектәре теорияһы» докладында төрлө быуын  кешеләре уҙ-ара нисек аңлашырға  мөмкинлеген  һөйләне. Педагог-психолог Илһамова  А. Ғ. «Беренсе курс студенттарының уҡыуҙың яңы шарттарына  яраҡлашыуы»  доклады менән  сығыш яһаны һәм  сентябрҙә  үткәрелгән  тестар һөҙөмтәләре менән  таныштырҙы. Социаль педагог  Алевский С. А.  ятаҡта йәшәү  тәртибе һәм ҡағиҙәләре   тураһында иҫкәртте.

Артабан төркөмдәр кураторҙары ата-әсәләр менән  булексәләр буйынса әңгәмәләр үткәрҙе.

Колледж администрацияһы  бөтә әсәйҙәрҙе лә күркәм байрам көнө менән ҡотлай. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек һәм уңыштар теләйбеҙ!

Элина Вәлиуллина

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019