Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан

2021-03-17

      5 март көнө С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында 8 март Халыҡ – ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам саралары уҙҙы. Колледж студенттары ҡала сараларында ҡатнаштылар, үҙҙәренең сығыштары менән Учалы ҡалаһының төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәрен ҡыуандырҙылар. Учалы ҡатын-ҡыҙҙарын профессиональ һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә айырым ҡаҙаныштары өсөн тәбрикләнеләр. Уларҙың күбеһе район советы һәм хакимиәте, ҡала хакимиәте  почет грамоталары менән бүләкләнделәр. Бүләкләнеүселәр араһында С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре лә булдылар.

       “Урам артистары” республика проекты сиктәрендә проектта ҡатнашыусылар  һәм  колледж волонтерҙары урамда ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланылар, уларға сәскә һәм яҡшы кәйеф бүләк иттеләр.

        Колледжда ла шулай уҡ байрам кәйефе хөкөм һөрә ине. Студенттар ҡатын-ҡыҙҙарға бүләк итеп  8 март көнөнә арналған байрам концерты әҙерләнеләр. Колледж директоры Ғимәзитдинова Айгөл Хәмиҙулла ҡыҙы залда ултырыусыларҙы байрам менән ҡотланы, иң яҡшы уҡытыусыларҙы грамота менән бүләкләне. “Мюзет” инструменталь ансамбле (етәксеһе О.Крайнов) О.Строканың “Танго”һы менән концертты асып ебәрҙеләр. “Экспромт» вокал ансамбле (етәксеһе Э.Кайбышева) һәм “Мюзет” ҡатын-ҡыҙҙарға А.Бабаджаняның лирик “Ноктюрн”ын бүләк иттеләр. Эмиль Исҡужин “Эх,ниндәй ҡатын-ҡыҙ!” йырын башҡарҙы. Фортепиана дуэты, (Е.Васючкова менән А.Аюпова) “Яйыҡ” ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Т.Зәйнәшев), “Скоморохи” рус халыҡ инструменттары ансамбле (етәксеһе С.Алевский), “Бравые парни” ир-егеттәр вокал ансамбле (етәксеһе Э.Кайбышева) сағыу номерҙар күрһәттеләр. Тамашасылар “Ҡойон” халыҡ бейеү ансамбленең (етәксеһе В.Әһлиев) ир-егеттәр составын ҡул сабып ҡаршы алдылар. Улар “Бишбармаҡ”, “Егеттәр” халыҡ бейеүҙәрен башҡарҙылар.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар һеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм мөхәббәт теләйбеҙ!

Календарь

Май 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019