Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова

2021-03-17

      Пандемия сәбәпле оҙайлы каникулдарҙан һуң Учалы ҡалаһында 1 март көнө Ф.Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты уҙҙы. Данлыҡлы ансамблдә С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының Хореография бүлеген тамамлаған студенттар ҙа эшләй. 

  Улар Эльвира Муллағолова, Рәзилә Билалова, Нәркәс Нәбиева, Дамир Ваһапов һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Марат Яҡупов менән Фәрхәт Хәкимов. Филармонияла уҙған концерттан тыш бейеүселәр шулай уҡ үҙҙәренең уҡыған колледжында ла булдылар, студенттарға мастер-класстар уҙғарҙылар, профессиональ ансамблдә эшләүҙең төп бурысы хаҡында ла һөйләнеләр. Студенттарға үҙҙәренең өҫтөндә тағы ла нығыраҡ эшләргә һәм тик көсөргәнешле эш һөҙөмтәһендә генә бейек үрҙәрҙе яулап була икәнлеген иҫбатлап стимул өҫтәгәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең сара филармонияла уҙған концерт менән тамамланды. Юғары профессиональ кимәлдә ҡуйылған төрлө бейеүҙәр Учалы тамашасыһында һоҡланыу уятты. 

Календарь

Февраль 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Янв    
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
26272829  

Ссылки

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.