Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Һуҡма инструменттарҙың мауыҡтырғыс донъяһы
2020-02-14

2020 йылдың 14 февралендә Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының концерт залында «Һуҡма инструменттарҙың мауыҡтырғыс донъяһы» исемле концерт-лекцияһы «Музыка теорияһы» бүлексәһе уҡытыусыһы Ишмакова А.Р., концертмейстер Протопопова И.И., 2-се курс студенты Мөғәллимова Р. (уҡытыусыһы Байтурин И.З.), шулай уҡ Уральск ҡасабаһының балалар сәнғәт мәктәбенең «Яйыҡ» этник музыка ҡоралдары ансамбле (етәксеһе Мөжәүиров Д.Р., уҡытыусылар Әхмәтйәнова Л.Г., Хәлилова О.М., Шәйхина И.К., уҡыусылар Ғарипов М., Ғәлин З.) ҡатнашлығында үтте.

Тамашасылар аудиторияһы 1-се балалар музыка мәктәбе, 1-се башҡорт лицейы, Уральск ҡасабаһының балалар сәнғәт мәктәбенең уҡыусыларынан һәм уҡытыусыларынан, Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының уҡытыусыларынан һәм студенттарынан торҙо.

Концертты алып барыусы Алһыу Рафаэль ҡыҙы инеш өлөштә музыка ҡоралдары тураһында һөйләне һәм һуҡма инструменттар төркөмөнә туҡталды. Был төркөм инструменттарының тарихына ла туҡтап үттеләр. Н.Ғәлиев, У.Иҙелбаев, Н.Дауытов, С.Рахманинов, Д.Палиев, К.Дебюсси кеүек башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙарының музыкаль композициялары яңғыраны. Бирелгән темаға ярашлы презентация, видео, фильм һәм слайдтар булды.

Бындай саралар абитуриенттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм уҡыу йортона инеү өсөн яҡшы мотивация булып тора.

 

 

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019