Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Ҡурсаҡтар донъяһы
2021-03-30

        2021 йылдың 18 мартында Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының «Биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре» бүлегенең «Ҡурсаҡтар донъяһы» исемле отчет күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Күргәҙмәлә 2003 йылдан 2021 йылға тиклем студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың диплом эштәрен күрергә мөмкин. Автор ҡурсаҡтарына  тематик композиция, батик, кейеҙ, туҡыма туҡыу һ.б. техника буйынса эшләнгән паннолар фон булып хеҙмәт итәләр.

Төп эш, йәғни 100 ашыуы Үҙәҡбаева Гүзәл Миннәғәли ҡыҙының етәкселеге аҫтында башҡарылды. «Урал батыр һәм Һомай», «Мәфрүз һәм Лайыҡ» кеүек диплом эштәре күргәҙмәгә килеүселәрҙә һоҡланыу тыуҙырҙы.

Ҡайһы бер композициялар, мәҫәлән, «Алтын Арлекин» һәм «Киленсәк» беренсе тапҡыр күрһәтелде.

          Шулай уҡ тамашасылар Хәжиева Әнисә Әнүәр ҡыҙы етәкселегендә беренсе тапҡыр туҡыу һәм кейеҙ һуғыу техникаһындағы эштәрҙе күрәсәктәр.

          «Йондоҙло күк» һәм «Шәжәрә ағасы» паннолары, «Ҡунаҡ көткәндә» композицияһы сағыу эштәрҙең береһе булып һанала.

           Күргәҙмәне асыу тантанаһында колледж студенттары башҡарыуында тамашасылар өсөн ҙур булмаған концерт яңғыраны. Хәләпова Арина (“Оркестр ҡыллы музыка ҡоралдар” бүлеге), Семенова Ульяна («Оркестр тынлы һәм һуҡма инструменттар” бүлеге), Килмөхәмәтов Арсен («Рәсәй халыҡтары милли музыка ҡоралдары” бүлеге), Назаров Вячеслав (Халыҡ музыка ҡоралдары оркестры» бүлеге) тарафынан халыҡ һәм классик әҫәрҙәре башҡарылды. Гөлназ Рәис ҡыҙы Ғәйсарованың постановкаһы буйынса «Хореография ижады» бүлеге студенттары «Урал батыр» эпосы буйынса миниатюра ҡуйҙылар. Концерт та, күргәҙмә лә тамашасының күңеленә хуш килде. Тамашасылар концерттан күңеле булып, күтәренке кәйеф менән таралышты. Күргәҙмә 16 апрелгә тиклем дауам итә.

Ә.Ә.Хәжиева

 

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019