Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалы методик берекмәһенең «Түңәрәк өҫтәл» ултырышы үтте
2021-04-20

      7 апрелдә С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы базаһында «МӘКТӘП–КОЛЛЕДЖ» сәнғәт белеменең үҙ-ара өҙлөкһөҙ белем биреү баҫҡыстарының маҡсаттарын, бурыстаын, мәсьәләләрен хәл итеү буйынса түңәрәк өҫтәл үтте.

       БР сәнғәт өлкәһендә белем биреү буйынса Республика уҡыу — методика үҙәге ойошторған сара Башҡортостан Республикаһының сәнғәт өлкәһендә белем биреү учреждениеларының ойоштороу-методик эштәре сиктәрендә уҙҙы. Сара Мәҙәниәт министрлығы ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙың белем сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Түңәрәк өҫтәл эшендә БР мәҙәниәт министрлығының республика уҡытыу-методика үҙәге директоры, техник фәндәр кандидаты, БР мәғәриф отличнигы Марешова Лариса Алексеевна, муниципаль районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лира Сәғитйән ҡыҙы Сәфиуллина, С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусылары, Учалы методик берекмәһенең 15 балалар сәнғәт мәктәбенең уҡытыусылары һәм директорҙары ҡатнашты. Тантаналы сара колледждың концерт залында үтте. БР мәҙәниәт министрлығының республика уҡытыу-методика үҙәге директоры, техник фәндәр кандидаты, БР мәғәриф отличнигы Марешова Л.А., муниципаль районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сәфиуллина Л.С., С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы директоы Ғимәзитдинова А.Х. сәләмләү һүҙе менән сығыш яһанылар.

        Учалы методик берекмәһе рәйесе, С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы директоры., БР атҡаҙанған хеҙмәткәре Айгөл Хәмидулла ҡыҙы Ғимәзитдинова сараның маҡсатын билдәләп, «Йәш таланттар» бөтә Рәсәй Арт-проектында әүҙем ҡатнашып юғары һөҙөмтәләр күрһәткән балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәре, мәктәп директорҙарына маҡтау хаттары тапшырылды.

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусылары һәм студенттары ҡунаҡтарға ҙур булмаған концерт бүләк иттеләр.

       «Камертон» академия хоры (етәксеһе Кайбышева Эльза, концертмейстер Елена Васючкова), «Уралым» оркестры (етәксеһе Олег Крайнов), Нурислам Хамбалеев «Тынлы һәм һуҡма инструменттар оркестры» бүлегенең 3 курс студенты  (концертмейстер Ирина Протопопова), «Звонница» халыҡ йырҙары ансамбле (етәксеһе Надежда Хәйруллина), «Ҡойон» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәкселәре Юлиә Зәйнышева, Вилдан Әһлиев), «Скоморохи» урыҫ халыҡ инструменттары ансамбле (етәксеһе Сергей Алевский), «Яйык» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Тәфтизан Зәйнышев), «Аҫыл егеттәр» вокал ансамбле (етәксеһе Эльза Кайбышева) сағыу номерҙарын күрһәттеләр. Һуңынан колледждың бәләкәй залында түңәрәк өҫтәл ултырышы үтте. Ултырыш башында түңәрәк өҫтәл модераторы мәғариф буйынса республика уҡытыу-методика үҙәге директоры Марешова Л.А. сығыш яһаны. Фекер алышыуҙа балалар сәнғәт мәктәбе һәм колледж вәкилдәре ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәл барышында балалар сәнғәт мәктәптәре һәм колледждың тығыҙ хеҙмәттәшлеге, «юл картаһы» күрһәткестәренең үтәлеүенә ҡағылған мәсьәләләр ҡаралды.

       Сара Учалы тыуған яҡты өйрәнеү музейында барған  «Ҡурсаҡтар донъяһы» күргәҙмәһен ҡарау менән тамамланды.  Ҡунаҡтар «Биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре» бүлеге студенттары һәм уҡытыусыларының эштәренән торған күргәҙмәнән ҡәнәғәт ҡалдылар.  

Календарь

Октябрь 2021
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Сен    
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://rumcrb.ucoz.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • VI Всемирная фольклориада CIOFF
  • Год памяти и славы в ознаменование 75-летия Победы
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Культура.РФ
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Национальный проект «Культура»

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.