Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Уҡытыусылар көнө!
2021-10-20

    Йыл һайын С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында уҡытыусылар көнөнә арналған дублерҙар көнө уҙғарыла. Был сара студентта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бер көн булһа ла директор, йә иһә уның урынбаҫары, уҡытыусы булып эшләү студенттарға үҙҙәрен һынап ҡарау мөмкинлектәрен бирә.

    Ошо уҡ көндө колледжда уҡытыусылар һәм музыка көнө уңайынан күркәм концерт үтә. Студенттар уҡытыусылар өсөн төрлө һәм ҡыҙыҡлы номерҙар әҙерләгәндәр ине. Педагогтар исеменә бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Директор дублеры 4 курс студенты Эмиль Дәүләтҡолов сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. «Ҡойон» (етәкселәре Юлиә Зәйнышева һәм Вилдан Әһлиев) халыҡ бейеү ансамбленең бейеү номерҙары байрам концертын биҙәнеләр. «Звонница» (етәксеһе Надежда Хәйруллина, концертмейстер Александр Беляев), «Экспромт» вокал (етәксеһе Эльза Кайбышева, концертмейстер Зөбәйлә Фәтҡуллина), «Яйык» (етәксеһе Зайнышев Тәфтизән) ҡурайсылар ансамблдәренең сығыштарын дәррәү алҡышланылар. Айырыуса студенттар башҡарыуында «Яратҡан уҡытыусым» йыры йөрәккә үтеп инерлек булды. Вилдан Ғәлиастанов һәм «Трио поколений» үҙ сығыштары менән залды яуланылар.

      Колледждың педагогик коллективы һәм волонтерҙар ололар көнө алдынан колледждың ветерандарын ҡотланылар.

      Уҡытыусылар көнө уҡытыусылар өсөн генә түгел, киләсәктә үҙенең тормошон уҡытыусы һөнәре менән бәйләргә йыйынған студенттар өсөн дә байрам көнө булып һанала. Беҙ колледж уҡытыусыларын һәм  студенттарын профессиональ байрамдары менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ, уларға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Һөнәрегеҙ һеҙгә һәр саҡ уңыш һәм шатлыҡтар ғына килтерһен!

 

Календарь

Июнь 2023
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Май    
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Ассоциация музыкальных образовательных учреждений
  • Год педагога и наставника
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.