Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Тере хәтер
2019-02-28

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан «Тиҫтер» ҡала клубында Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы  студенттары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугир-интернационалистар менән осрашты.

«Тере хәтер» тип аталған сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Нәсимә Нуретдин ҡыҙы Фәтхуллина менән Ғарифулла Ғәйфулла улы Зөлҡәрнәев һәм «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» ижтимағи ойошмаһы ағзалары  Рөстәм Алмас улы Нуреев, Салауат Нәжип улы Лоҡманов, Рөстәм Фәрит улы Һәүбәнов, Әлим Заһиҙулла улы Әхмәтов, Ильяс Арыҫланғәли улы Сафиуллин, Наил Рауил улы Хөснийәров, Дмитрий Полетавкин, Булат Марат улы Шакиров ҡатнашты. Улар үҙҙәренең тормош юлы, күргән-кисергәндәре хаҡында бәйән итте. Ветерандарҙың һөйләгәндәре, өлкән быуын өлөшөнә төшкән ауырлыҡтар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Колледж студенттары ҡунаҡтар өсөн концерт программаһын әҙерләп, Диана Йәһүҙина, Ришат Сөләймәнов, Азалия Ялалова матур сығыш яһаны.

Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон, юғары идеалдарға тоғролоҡ тәрбиәләүҙә бындай саралар баһалап бөткөһөҙ мөһим.

Елена Сергеева

Календарь

Февраль 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728  

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019