Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Сығарылыш уҡыусыларының мәҙәниәт бүлеге вәкилдәре менән осрашыуы
2022-02-07

       Һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙың эшкә урынлашыу проблемалары бик күп белем биреү учреждениелары өсөн актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Беҙҙең колледж студенттары төрлө һөнәр буйынса белем алалар: инструменталь башҡарыу, вокал сәнғәте, халыҡ йырын яңғыҙ һәм хор менән башҡарыу, хор менән дирижерлыҡ итеү, декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре, хореография ижады. Уларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, артабан уҡыу йортон тамамлағандан һуң үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлашыуы менән ҡыҙыҡһыналар. Шуға күрә колледжда сығарылыш уҡыусыларын эшкә урынлашырға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән эштәр алып барыла.

      26 ғинуар С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжын тамамлаусыларға эшкә урынлашырға булышлыҡ итеү хеҙмәттәре эше сиктәрендә ҡала мәҙәниәт бүлеге вәкилдәре менән осрашыу үтте. Осрашыуҙа Учалы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Сәфиуллина Лира Сәғитйән ҡыҙы һәм район мәҙәниәт йорто директоры Кәримов Фәнис Фәсих улы ҡатнашты.

        Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләү һүҙе менән С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы директоры Ғимәзитдинова Айгөл Хәмиҙулла ҡыҙы сығыш яһаны. Үҙенең сығышында ул колледж мәҙәниәт бүлеге, район мәҙәниәт учреждениелары, Учалы ҡалаһы халыҡ мәшғүллеге үҙәге менән үҙ-ара хеҙмәттәшлектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хеҙмәттәшлек формаһы тураһында ла һөйләп үтте. Лира Сәғитйән ҡыҙы Сәфиуллина район мәҙәниәт ойошмалары йәш белгестәр менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне. Балалар музыка мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, дөйөм белем биреү мәктәптәре, мәҙәниәт йорттары, филармония, профессиональ үҫеш мөмкинлектәре хаҡында, йәш белгестәргә талаптар, ярҙам саралары тураһында һөйләп үтте . Кәримов Фәнис Фәсих улы вакансиялар, район мәҙәниәт йортонда эш шарттары тураһында әйтеп китте. 

Осрашыу аҙағында Лира Сәғитйән ҡыҙы һәм Фәнис Фәсих улы студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр. Осрашыу бик эшлекле һәм уңышлы үтте. Бындай осрашыуҙар бик мөһим, сөнки улар студенттарҙы файҙалы мәғлүмәттәр менән тулыландыралар, эшкә урынлашыуға булышлыҡ итәләр.

Календарь

Декабрь 2022
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Ноя    
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • VI Всемирная фольклориада CIOFF
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.