Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Студент көнө
2021-02-04

           Студенттар көнө – йәштәр байрамы, улар менән бер рәттән күңел йылыһын, энтузиазмын бүлешеүсе, белеме, баһалап бөтөргөһөҙ тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыусы кешеләрҙең дә байрамы ул.  Бына күп йылдар инде 25 ғинуар Рәсәй студенты көнө билдәләнә. Һис шикһеҙ, был йәшлек осоро — иң гүзәл миҙгел. Бөтә Рәсәй студенттары декаднигы сиктәрендә Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында төрлө саралар уҙҙы:

20 ғинуар төркөм кураторҙары ,,Татьяна көнө-студенттар байрамы» тигән темаға асыҡ дәрес үткәрҙеләр. Уҡыусылар байрамдың тарихы менән төптән таныштылар.

20 ғинуар I- II курс студенттары өсөн электрон ҡоралдан атыу буйынса ярыштар уҙҙы. Абдрахманов И., Клызбаев И., Мусина У. (I урын), Ғәлимов А., Хөснуллина Л., Слесарева В. (II урын), Мосолов Э., Мерзлякова М. (III урын) юғары һөҙөмтәләргә ирештеләр.

23 ғинуар студенттар саңғы буйынса ярыштарҙа ҡатнаштылар. Иң шәп һәм әүҙем тип киләһе студенттар табылды: Абдрахманов И.(3-сө курс),  Шәимов И.(4-се курс), Мамилин А.(2-се курс), Асҡаров В.(2-се курс), Баязитова Р.(1-се курс), Солтангәрәева Л.(1-се курс), Бодрова И.(1-се курс), Аҫылбаева А.(1-се курс).

27 ғинуар 1-се курс студенттары өсөн брейн-ринг форматында интеллектуаль уйындар уҙғарылды. Был сара колледжда изге йолаға әүерелде. 1-се курс студенттарынан торған өс команда «Һорау-яуап», «Уйлап тап», «Калейдоскоп картинаһы», «Фамилия-һөнәр» конкурстарында көс һынашты.    Сара бик күңелле үтте. Йәш интеллектуалдар үҙҙәренең белем багаждарын тулыландырҙылар. Уйын һөҙөмтәләре буйынса 1-се урын — «Спарта» командаһы («ХТ» бүлеге); бүлек 2-се урын — «Головастиктар» командаһы («ХД» һәм «ИИ» бүлеге); 3-сө урын – «Иң яҡшылар» командаһы («ДПИ һәм НП» бүлеге) тип табылды.  

27 ғинуар  2-се, 3-сө һәм 4-се курс студенттары өсөн «Ниндәй матур был донъя» исемле ретро-кисә үтте. Был сара йәш быуын өсөн яңы тойғолар кисереү мөмкинлеген бирһә, ә педагогтар иһә бала саҡ һәм үҫмер йылдарын иҫкә төшөрөп, йәш саҡтарға кире ҡайтыу мөмкинлегенә эйә булды.  Ойоштороусылар уҡыусылар өсөн төрлө конкурстарҙан торған күңел асыу программаһы әҙерләнгән ине. Конкурс барышында үткән дәүерҙәрҙе сағылдырып совет осоро кинофильмдарын иҫкә төшөрҙөләр. Жюри ағзаларына йомғаҡ яһау еңелдән булманы, сөнки бөтә командалар ҙа бик яҡшы итеп әҙерләнгәндәр ине. Талантлы студенттар үҙҙәренең сағыу сығыштары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙылар. «Bee Gees» командаһы «70-се йылдар белгесе» номинацияһында,  «Санта Барбара»- «Иң һығылмалы», «Retro ware»- «Иң стиль», «90-60-90» — «Иң креатив», «Инвайт»- «Артистизм», «Зуммер»-«Иң йырлы» номинацияларында  еңеүсе тип билдәләнделәр.  Ҡатнашыусылар һәм тамашасылар саранан ыңғай эмоция алдылар. Студенттар төрлө, әммә һәр ҡайһыһы үҙенсә сағыу һәм талантлы, уларҙың барыһын да студент тормошо берләштерә. Студенттар, һеҙгә шатлыҡ, өмөт һәм бәхет теләйбеҙ!!!

Календарь

Декабрь 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019