Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Туҡта ВИЧ/СПИД!
2018-11-20

20 ноябрҙа С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡыусылары Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Туҡта ВИЧ/СПИД” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө уңайынан үткәрелгән акцияны Республика СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәге ойошторҙо. Ойоштороусылар студенттар өсөн махсус стенд һәм театрлаштырылған тамаша әҙерләгәйне: “Ҡауырһын” балаларҙың һәм йәштәрҙең ижади үҫеше студияларының төбәк-ара берекмәһе йәштәр араһында ВИЧ-тың таралыуы проблемаһын күтәргән «LIFE” спектаклен күрһәтте. Акция сиктәрендә һәр кем ВИЧ-инфекция, СПИД-ҡа ҡағылышлы һорауҙарға белгестәрҙән консультация һәм бушлай ВИЧ-ҡа экспресс-тест үтә алды.

 Альмира Ильгамова

Календарь

Февраль 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728  

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019