Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
«Салауат Низаметдиновтың тормошо һәм ижады» исемле кисә үтте.
2020-03-03

2015 йылда Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына башҡорт композиторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Низаметдиновтың исеме бирелде. 2015 йылдың 19 мартында колледжда композиторҙарҙың тормошо һәм ижадына арналған музей асылды.

2020 йылдың 3 мартында, Салауат Низаметдиновтың тыуған көнөндә, «Музыка теорияһы» бүлеге уҡытыусылары Сергеева Е.Н. һәм Крайнова Е.Р. 1-2 курс студенттары өсөн «Салауат Низаметдиновтың ижады һәм тормошо» исемле кисә үткәрҙеләр.

Салауат Низаметдиновтың тормошона һәм ижадына арналған музей экспозицияһы уҡыусыларҙа ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Студенттар Е.Н.Сергееваның композитор тураһында һөйләүен йотлоғоп тыңланылар, шәхси әйберҙәрен, документтарын ҡыҙыҡһынып ҡаранылар.

Музей экспозицияһын ҡарағандан һуң колледждың кесе залында кисә үтте. Крайнова Е.Р. композиторҙың ғәҙәти булмаған яҙмышы, уның тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләп үтте. Салауат Низаметдиновтың музыка мираҫы менән таныштырҙы. Сара слайдтар, видеофрагменттарҙы күрһәтеү, музыкаль әҫәрҙәрҙе башҡарыу менән оҙатылып барҙы. Беҙҙең яҡташыбыҙға талант, музыкаға һөйөү, үҙ көстәренә ышаныс һәм, әлбиттә, ныҡышмалы хеҙмәте уңыштарға ирешергә ярҙам иткән. Салауат Низаметдинов һәр ваҡыт беҙҙә үҙенең музыкаһы менән ҡаласаҡ.

Календарь

Октябрь 2021
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Сен    
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://rumcrb.ucoz.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • VI Всемирная фольклориада CIOFF
  • Год памяти и славы в ознаменование 75-летия Победы
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Культура.РФ
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Национальный проект «Культура»

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.