Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Сәнғәт һәм йыһан
2021-05-11

        Сәнғәттә йыһан темаһы мәңгелек. Йыһан үҙенең киңлеге менән беҙҙе әсир итә. Уның серҙәрен сискән һайын яңы һорауҙар күбәйә. Ул космонавттарҙы ғына түгел, шағирҙарҙы, яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, кинематографистарҙы, музыканттарҙы үҙенә ылыҡтыра.

         2021 йылдың 24 апрелендә С.Низаметдинов  исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының уҡытыусыһы Ишмакова Алһыу Рафаэль ҡыҙы йыл һайын үткәрелгән «Библиосумерки» акцияһында «Сәнғәттә йыһан темаһы» хаҡында лекция -әңгәмә менән өлкән класс уҡыусылары алдында сығыш яһаны.

         Төплө мәғлүмәткә бай булған презентация төрлө сәнғәт әҫәрҙәренән торған слайдтар менән оҙатылып килде һәм тыңлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҡыусылар үҙҙәренең интеллектуаль һәм музыкаль белемдәрен байыттылар. Улар Моцарттың «Юпитер», Бетховендың «Лунная соната» симфонияларын, совет композиторҙарының йыһан темаһына, «Земляне», «Пинк Флойд», «Спейс» кеүек төркөмдәренең әҫәрҙәрен тыңланылар.

Календарь

Февраль 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728  

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019