Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Музыкала юмор
2021-02-09

          Ҡайһы бер кешеләр уйлауынса, классик музыка бик етди һәм күңелһеҙ. Ә музыка күңелле була аламы? Музыка аша юмор, иронияны биреү һәләтлеген «Музыка теорияһ”ы бүлеге уҡытыусыһы Ишмакова А.Р. 3 курс студенттары  Мөғәллимов Р., Хәмбәлиев Н., Абдрахманов И., Дәүләтҡолов Э., Сибәғәтова Л., Кузьмина А., Проскурякова Е һәм 4 курс студенттары Курочкина А. и Походяева Ю. ярҙамында күрһәтте.

2 февраль Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының кесе залында «Музыкала юмор» исемле асыҡ дәрес үтте. Алһыу Рафаэль ҡыҙы музыкаль юмористиканың үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, ә студенттар ошо музыка донъяһында гид булып экскурсия үткәрҙеләр. Музыка аша беҙ 17, 18, 19 һәм 20 быуаттарҙа Италия, Германия, Австрия, Франция, Америка һәм Рәсәйҙә булдыҡ. Бах, Моцарт, Гайдн, Сен-Санса, Рюссини, Шоставокич, Прокофьевтың төрлө жанр әҫәрҙәренән өҙөктәр көлкө һәм йылмайыу тыуҙырҙы. Шулай уҡ экскурсия ваҡытында тамашасыларға ошо тема буйынса тест һорауҙары тәҡдим ителде.  Экскурсия бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм файҙалы булды. Беҙ тағы ла күңелде күтәреү өсөн классик композиторҙарҙың ижадына мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Музыка донъяһында яңы осрашыуҙарға тиклем!

Календарь

Февраль 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728  

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019