Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Колледж һылыуы-2021
2021-03-24

         10 март Учалы ҡалаһының С.Низметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында “Колледж һылыуы —  2021” матурлыҡ бәйгеһе үтте. Иң һылыу, иң талантлы ҡыҙ исеменә  6 ҡатнашыусы дәғүә итте, улар ҡурҡмайынса төрлө ижади конкурстарҙа үҙҙәрен һынап ҡаранылар.

        Конкурс программаһы дүрт этаптан торҙо: визит карточкаһы, эрудицияңды күрһәтеү, ижади номер һәм төрлө ҡул аҫтындағы материалдарҙан теккән күлдәктәрҙә дефиле. Конкурс һынауҙарын үткән ваҡытта һәр ҡыҙ үҙенең төрлө яҡлы булған талантын күрһәтә алды. Һәр ҡатнашыусы ҡабатланмаҫ матурлылығын, һөйкөмлөлөгөн, ҡалыплашмаған ҡарар ҡабул итә белеүе менән һоҡландырҙы.

         “ Колледж һылыуы —  2021” конкурсы бик сағыу, онотолмаҫлыҡ яҙ байрамы булды. Колледж студенттарының сығышы сараны тағы ла нығыраҡ йәмләндерҙе. Жюри ағзалары алдында еңелдән булмаған бурыс тора ине – иң яҡшы ҡатнашыусыны һайлап алыу.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса түбәндәге титулдарҙың эйәләре билдәләнде :

“Иң һөйкөмлө ҡыҙ” номинацияһын яулаусы ҡыҙ Рыҫҡолова Альбина “Рәсәй халыҡтары милли музыка ҡоралдары” бүлегенең 4 курс студенты;

“Иң үҙенсәлекле” номинацияһында Ямалова Айгүзәл “Биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре”бүлегенең 3 курс студенты;

“Иң илһамлы ҡыҙ” номинацияһын Чобану Кэтэлина “Вокал сәнғәте” бүлегенең 2 курс студенты;

“Юғары оҫталыҡ” номинацияһын– Асылбаева Азалия “Вокал сәнғәте” бүлегенең 1 курс студенты;

“Йыл асышы” номинацияһын Ахмәтова Зөлхизә, “Хореография ижады” бүлегенең 1 курс студенты

Һәм, ниһәйәт, бер тауыштан  «Колледж һылыуы —  2021” исеменә “Хореография ижады” бүлегенең 1 курс студенты Ғибәҙуллина Эльвира лайыҡ булды.

Конкурстың һәр ҡатнашыусыһына батырлыҡтары, эшһөйәрлектәре, ижадтары өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Илһамова Альмира

Календарь

Декабрь 2023
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Ноя    
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Ссылки

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.