Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
«Йәштәрҙең батырлығы һәм даны»
2021-02-19

     2021 йылдың 15 февралендә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 32 йыл тула. 12 февраль Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Йәштәрҙең батырлығы һәм даны» исемле сара уҙғарылды.  

      Яугир — интернационалистар менән осрашыуға С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының 2-се һәм 3-сө курс студенттары килде. Студенттар алдында Учалы ҡалаһы һәм районы ветерандар клубы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ҡәсимов Рәис Роберт улы һәм Межозерный ҡасабаһынан Бәкиев Ришат Рәүил улы сығыш яһанылар. Кисәлә яугир-интернационалистар үҙҙәре өлөшөнә төшкән вазифаны үтәп сығыуы, әхлаҡ, намыҫ, яуаплылыҡ, сыҙамлылыҡ кеүек төшөнсәләр тураһында һөйләнеләр. Вокал бүлегенең йәш һәм талантлы студенты Эмиль Исҡужиндың музыкаль сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Был осрашыуҙар үҫеп килеүсе йәш быуында, хәрби хеҙмәткә алынасаҡ йәштәрҙә юғары әхлаҡ сифаттарын тәрбиәләүҙә уларҙың өлгөһө баһалап бөткөһөҙ. Йылдар ваҡыт үтеү менән күп нәмәләр онотолор. Ә ләкин был һуғыш, халыҡ күңелендә төҙәлмәҫлек яра булып ҡалыр. Беҙ ҙә ошондай батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ. Мәңгелек дан һәм иҫтәлек беҙҙең йөрәктәребеҙҙә йәшәһен.

Календарь

Май 2021
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Апр    
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://rumcrb.ucoz.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • VI Всемирная фольклориада CIOFF
  • Год памяти и славы в ознаменование 75-летия Победы
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Культура.РФ
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Национальный проект «Культура»

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.