Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Хороводҡа саҡырабыҙ!
2020-02-22

2020 йылдың июль айында Башҡортостан Республикаһында «VI бөтә донъя фольклориада» халыҡ-ара фестивале үтәсәк. С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында ошо иҫтәлекле ваҡиғаға бик күп саралар бағышланды.

Февраль айында колледж студенттары өсөн «Хороводҡа саҡырабыҙ!» исемле фольклор кисәһе ойошторолдо. «Музыка теорияһы» бүлеге уҡытыусыһы Крайнова Е.Р. хоровод йырҙарының барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихын һөйләне. Сара музыка, слайдтар күрһәтеү менән оҙатылып барҙы. Хоровод йырҙары «Звонница»  рус халыҡ йыр ансамбле башҡарыуында яңғыраны. Ансамблдең етәксеһе – «Халыҡ йырҙарын күмәк башҡарыу» бүлеге уҡытыусыһы Хәйруллина Н.Л., концертмейстер – «Халыҡ инструменттары оркестры» бүлеге уҡытыусыһы Беляев А.В.

Кисә аҙағында студенттар «Звонница» ансамбле менән бергә хороводтың бер нисә төрөн башҡарҙылар. Кисә барышында ихлас күңелдән хоровод йырҙарын йырланылар, түңәрәк йөрөттөләр. Сара бик сағыу һәм ҡыҙыҡлы булды.

Календарь

Февраль 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728  

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019