29 октябрь төркөм кураторҙары «Берҙәмлектә беҙҙең көс» исемле класс сәғәттәре үткәрҙеләр, XVII быуат башы тарихи ваҡиғаларын, Минин һәм Пожарскийҙың батырлыҡтарын иҫкә алдылар.
1 ноябрь 1 курс уҡыусылары өсөн дөйөм белем биреү дисциплиналары уҡытыусыһы Малышкина Л.В. «Халыҡтар берҙәмлеге көнө» тип аталған асыҡ сара үткәрҙе. Ул байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышырҙы, Рәсәй символдары тураһында белемдәрен нығытыуға һәм патриотизм, үҙенең тыуған ере өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә булышлыҡ итте.