Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Халыҡтар берҙәмлеге көнө
2021-11-30

4 ноябрь -Рәсәйҙә 2005 йылдан алып Халыҡтар берҙәмлеге көнө булараҡ билдәләнә. Халыҡтар берҙәмлеге көнө – төрлө милләттәр берләшеүе,  бер үк тарих, бер үк ер, бер үк Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул. Ошо байрам айҡанлы С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында төрлө саралар уҙҙы.

29 октябрь төркөм кураторҙары «Берҙәмлектә беҙҙең көс» исемле класс сәғәттәре үткәрҙеләр, XVII быуат башы тарихи ваҡиғаларын, Минин һәм Пожарскийҙың батырлыҡтарын иҫкә алдылар.

1 ноябрь 1 курс уҡыусылары өсөн дөйөм белем биреү дисциплиналары уҡытыусыһы Малышкина Л.В. «Халыҡтар берҙәмлеге көнө» тип аталған асыҡ сара үткәрҙе. Ул байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышырҙы, Рәсәй символдары тураһында белемдәрен нығытыуға һәм патриотизм, үҙенең тыуған ере өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә булышлыҡ итте.

Рәсәйҙә мәғариф министрлығы һәм Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды йошторған #Рәсәйхалыҡтары2021 флешмобына колледж уҡытыусылары һәм студенттары ҡушылдылар. Рәсәй халыҡтарының милли костюмдары үҙҙәренең нәфислеген һәм үҙ халҡының бөйөклөгөн сағылдырып ысын сәнғәт әҫәре булып тора.

18 уҡыусы #Шиғриәтменәнберҙәм тип аталған  видеороликтар флешмобында ҡатнашып башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  «Рус түгел мин, ләкин россиянмын» шиғырын уҡынылар. Үҙҙәренең сығыштарын үҙ телдәрендә тамамланылар.

С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының 100-ҙән ашыу уҡытыусылары, студенттары һәм хеҙмәткәрҙәре 3-7 ноябрҙә онлайн форматта диктанттың рәсми сайтында — www.miretno.ru  уҙған «Ҙур этнографик диктант”   Халыҡ-ара мәғариф акцияһында әүҙем ҡатнаштылар. Ул кешеләрҙең этнографик яҡтан, Рәсәй халыҡтары тураһындағы белемен асыҡларға ярҙам итеп кенә ҡалмай, киң йәмәғәтселектең иғтибарын халыҡ-ара татыулыҡ, берҙәмлек мәсьәләләренә лә йүнәлтә.

4 ноябрь «Сәнғәт төнө» мәҙәни-мәғариф акцияһы «Сәнғәт берләштерә» девизы аҫтында үтте. Ул үҙенең майҙансығында әҙәбиәт, театр, һынлы сәнғәт һәм һүрәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, төрлө музыка һөйөүселәрҙе йыйҙы.

 С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы онлайн форматта «Декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре» бүлеге студенттарының эшенән торған күргәҙмә ойошторҙолар. Күргәҙмәне бүлек уҡытыусылары Фрюауф С.А., Узакбаева Г.М., Хәжиева Ә.Ә., Хөснуллина Ю.А. әҙерләнеләр.

Бөгөн рәсәй өсөн патриотизм иң мөһим урын алып тора. Шуға күрә йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, илһөйәрлек рухы тәрбиәләү йүнәлешендәге саралар үткәреү С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының  бик мөһим төп бурыстарҙың береһе булып тора.

Әгәр ҙә беҙ дуҫтар менән бергә ҡулға ҡул тотоношоп татыу тормош менән йәшәһәк, беҙҙең илдең ҡеүәте лә артасаҡ! Беҙ үҙ илебеҙҙе яратып йәшәйбеҙ!

Календарь

Январь 2022
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Дек    
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://rumcrb.ucoz.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • VI Всемирная фольклориада CIOFF
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Культура.РФ
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Национальный проект «Культура»
  • Проект Пушкинская карта

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.