Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Халыҡ-ара бейеү көнө
2020-04-29

29 апрелдә бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнөн билдәләй. Был көн бөйөк француз бейеүсеһе Жан Жорж Новерҙың тыуған көнө хөрмәтенә 1982 йылдан, Юнеско тарафынан иғлан ителгән. Жан Жорж бейеүселәр өсөн ҡаҡшамаҫ бейеү ҡанундарын уйлап сығарған. Бөгөнгө бейеү сәнғәтенең нигеҙендә тап ошо ҡағиҙәләр ята.

Беҙҙең республикала профессиональ хореграфияның үҫеше Фәйзи Ғәскәровтың 20 быуаттың 30-сы йылдарында дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендәге эшмәкәрлеге менән бәйле. 1988 йылда коллективҡа Фәйзи Ғәскәров исеме, ә 1996 йылдың декабрь айында ансамблгә «Академик» исеме бирелә.

С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының «Хореография ижады» бүлеге уҡытыусылары һәм студенттары быйыл бөтә донъя Халыҡ-ара бейеү көнөн өйҙә билдәләйҙәр. Әммә, шарттар булмауға ҡарамаҫтан, бер кем дә өйҙә тик ятмай.Уҡыусылар формаһын юғалтмаһын өсөн көндәлек шөғөлләнәләр. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. «Ҡойон» халыҡ бейеү ансамбле «Еңеү бейеүе» исемле флешмобта ҡатнаштылар. Был флешмоб республикабыҙҙың төрлө яҡтарында бейеүсе колледж уҡыусыларын берләштерҙе.

Календарь

Октябрь 2022
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Сен    
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • VI Всемирная фольклориада CIOFF
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Национальный проект «Культура»
  • Проект Пушкинская карта

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.