Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
«Еңеү хаттары – яҙмыш, өмөт һәм мөхәббәт хаттары» (Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған студенттары флешмобы хаҡында).
2020-04-30

С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары Бөйөк Еңеү байрамы алдынан «Еңеү хаттары – яҙмыш, өмөт һәм мөхәббәт хаттары» тигән флешмобын әҙерләнеләр.

Рәсәй халҡы өсөн иң әһәмиәтле датаны байрам итеү уңайынан колледж уҡыусыларына фронт хатттары аша бөйөк дәүер биттәренә ҡағылыу мөмкинлеге тыуҙы. Ошо ябай ғына хаттарҙы оноторға ярамай, сөнки был хаттарҙа – уйланыуҙар, тетрәнеүҙәр, борсолоуҙар. Улар ябай ғына һүҙҙәрҙән торһа ла, үткән быуын менән хәҙерге быуынды тоташтыра, ил улдарының азатлыҡ өсөн көрәш юлын сағылдыра. Ябай һалдат яҙмаларының һәр береһендә яу яландарында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы, уларҙа еңеүгә булған ышаныс, киләсәк матур, тыныс булыр тигән өмөт-хыялдары, киләсәк быуынға аманат булып яңғырай.

Кузьмина А., Курочкина А., Зәһиҙуллина А., Ғиниәтуллина Г., Бухмыстова Д., Дәүләтҡолов Э., Аралбаева В., Ғәлимов В., Назаров В. һәм А.Ялалованың яҙмыш, өмөт һәм мөхәббәт хаттары ихлас һәм бөтә йөрәктән килеп сыҡты.

Флешмобты уҡытыусылар Сергеева Е.Н. һәм Малышкина Л.В. ойошторҙолар. Улар фекеренсә, бындай саралар кәрәк һәм файҙалы. Сөнки улар уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә, патриотик тойғо тәрбиәләүҙә булышлыҡ итә.

дөйөм белем биреү дисциплиналары уҡытыусыһы

Людмила Малышкина

Календарь

Октябрь 2022
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Сен    
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • VI Всемирная фольклориада CIOFF
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Национальный проект «Культура»
  • Проект Пушкинская карта

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.