Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Башҡорт бейеүе конкурсы еңеүселәрен бүләкләү «Байык-2020» һәм «Байык-2021»
2021-11-24

     12 ноябрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур бейеү байрамы уҙҙы. Республиканың төп сәхнәһендә «Байык — 2020» һәм «Байык — 2021» телевизион конкурсының финалистарын һәм еңеүселәрен тәбрикләнеләр. С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының «Ҡойон» халыҡ бейеү ансамбле конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм коллективтың статусын йәнә бер тапҡыр раҫланы. Конкурстың лауреат дипломын Азалия Йәләловаға («Соло» номинацияһыда), Сулпан Бакироваға һәм Аделина Төхвәтуллинаға («Дуэт» номинацияһында), «Ҡойон» бейеү ансамбленә («Тулы ансамблдәр» номинацияһында) тапшырылды. Ғәзиз Мортазин Гран-при яуланы. Башҡорт бейеүенең мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн колледждың директоры Айгөл Хәмиҙулла ҡыҙы Ғимәзитдинова һәм коллектив етәкселәре Юлиә Рәүил ҡыҙы Зәйнышева, Вилдан Мансур улы Әһлиев рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.

       Ғәйсәрова Гөлназ Рәис ҡыҙы БР мәҙәниәт Министрлығының «Конкурсты ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

       Бик ҡыуаныслы Гала — концертта хәҙерге ваҡытта шәхсән үҙенә йәки ижади коллективтың етәксеһе сифатында финалға үтеп, ҡасандыр «Хореография ижады» бүлеген тамамлаған студенттарҙың булыуы. Колледж үҙенең студенттары менән ғорурлана!

 

Календарь

Декабрь 2021
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Ноя    
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://rumcrb.ucoz.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • VI Всемирная фольклориада CIOFF
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Культура.РФ
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Национальный проект «Культура»
  • Проект Пушкинская карта

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.