Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө
2019-09-11

Айыҡлыҡ көнөн билдәләүҙең маҡсаты — кешеләргә алкоголизм, тәмәке тартыу, наркомания кеүек насар ғәҙәттәрҙең зарары тураһында иҫкәртеү. Был көндө төрлө ойошмалар йәмғиәтте айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуға өндәүсе саралар үткәрә. Беҙҙең колледж да был сараларҙан ситтә ҡалманы. Һәр йыл һайын, 11 сентябрь көнө С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Айыҡлыҡ көнөнә арналған саралар уҙғарыла. Дөйөм класс сәғәттәрендә студенттар айыҡлыҡ көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштылар.

Шулай уҡ сарала Учалы районы бәлиғ булмағандар эше бүлеге етәксеһе, полиция майоры Юнусов В. Х ҡатнашты. Үҙенең сығышында Вадим Хәҙис улы бөгөнгө көндә актуаль проблемаларҙы әйтеп үтте. Спиртлы эсемлектәрҙең һаулыҡҡа зыяны хаҡында һөйләне. Әңгәмә аҙағында студенттарҙы сәләмәтлектәренә яуаплыраҡ ҡарарға, уяу булырға өндәне.

Елена Сергеева

Календарь

Февраль 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728  

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019