Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған ижади эштәр конкурсы
2020-05-02

2020 йыл Рәсәй президенты  указы менән Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлашып килә.

Бөгөнгө көндә үҫеп килгән быуында патриотик рух тәрбиәләү бик актуаль. Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе  патриотик рух тәрбиәләүгә асыҡ миҫал булып тора.

С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының “Декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре” бүлегенең студенттары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған  ижади эштәр конкурсында ҡатнаштылар.

Ҡот осҡос һуғышҡа инде күп йылдар үтеп китте, окоптар үҫентеләр менән үҫте, емерек хәлдә ҡалған ҡала һәм ауылдар яңынан үҫеп сыҡтылар, ләкин ул ваҡыттар тураһында иҫтәлектәр күңелдәребеҙҙән китмәй. Кешеләр хәтерҙәрендә ҡабат-ҡабат шул һуғыш йылдарына ҡайталар. Был иҫтәлектәр һуғыш ветерандарының  күңелен генә түгел, үҫеп килгән быуынды ла тетрәндерә. Һуғыш менән Еңеү тарих ҡына түгел, был совет халҡының ҡаһарманлығы тураһында ысынбарлыҡ, изге бурысты лайыҡлы һәм бирешмәй башҡарыуҙары. Шуға ла һуғышта ҡатнашҡан һәм тылда үҙҙәрен аямай эшләгән кешеләр тураһында  үҙебеҙҙең хәтерҙәрҙә һаҡлап ҡалыу бик мөһим булып тора. Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтер яҙмалар, көндәлектәр генә түгел, шулай уҡ, үткәндәрҙе, бөгөнгөнө һәм киләсәккә ынтылыш күрһәткән  тарихи дәрес. Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле ваҡиғалар алыҫ тарих төпкөлөндә ҡала бара. Хәтер эстафетаһын тапшырыу, халҡыбыҙҙың фиҙәҡәр батырлығын күрһәтеү, уларҙың исемен мәңгелләштереү һәм йәш быуынға еткереү   — был һәр уҡытыусының  төп бурысы булып тора.

 

Календарь

Июнь 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019