Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Бөйөк Еңеүгә арнала
2020-04-28

Бөйөк Ватан һуғышы иң шанлы һәм данлы осорҙарҙың береһе булып, тарихыбыҙҙа мәңгелеккә урын алған. Был көндө ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, беҙгә тыныс илдә йәшәү бәхетен бүләк итте. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары алыҫайһа ла, ул килтергән яралар онотолмай. Бөгөн беҙ азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйәбеҙ, фронтта ҡан ҡойғос һуғыштарҙа һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән еңеү яулаусыларға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Еңеү ялҡыны бөгөн дә беҙҙе яңы бейеклектәргә әйҙәй, рухыбыҙҙы нығыта, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға барырға саҡыра.

Хәҙерге быуын балалары һуғыш тураһында аҙ беләләр, һәм, моғайын, был яҡшыраҡтыр! Ләкин беҙ уларға белем итеп бирергә, сөнки был беҙҙең тарихыбыҙ, Тыуған иленең киләсәген һәм беҙҙе яҡлаған кешеләргә рәхмәт һүҙен әйтә белергә тейешбеҙ. zoom платформаһында онлайн-режимда үткән «Бөйөк еңеүгә арнала..» исемле асыҡ дәрес Еңеүҙең 75 йыллығына арналған ине. С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының «Дөйөм белем биреү дисциплиналары” бүлеге уҡытыусылары Иванова Ф.Н. һәм Илһамова А.Г. фронтта ҡан ҡойғос һуғыштарҙа һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән еңеү яулаусылар тураһында һөйләнеләр.

Шул уҡ бүлектең уҡытыусыһы Алевский С.А. тарафынан әҙерләнгән видео ошо хаҡта ине. «Хореография ижады» бүлегенең 2 курс студенты Гниәтуллина Г. А.Т.Твардовскийҙың «Василий Теркин» поэмаһынан өҙөк һөйләп ишеттерһә, «Халыҡ музыка ҡоралдары оркестры” бүлегенең 2 курс студенты Дәүләтҡолов Э. О.Киевскаяның «Әсә тураһында баллада»һын һөйләне.

Уҡыусылар һуғыш тураһындағы шиғыр һәм йырҙарҙың тарихтарын да яҡшы белгәнлеген күрһәттеләр. Дәрес һуңында студенттар ветерандарға Еңеү көнөнә арнап шиғри флешмоб һәм йыр йырланылар.

Календарь

Октябрь 2022
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Сен    
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • VI Всемирная фольклориада CIOFF
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Национальный проект «Культура»
  • Проект Пушкинская карта

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.