Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Һуғыш менән һуғарылған йырҙар» исемле викторина
2020-04-30

Һуғыш осоро йырҙары бер ҡасан да онотолмаясаҡ. Сөнки был йырҙар һалдаттарҙың хәрби батырлығы һәм фиҙакәрлеге, туғандарына һәм яҡындарына булған һөйөүе тураһында һөйләй. Үлем һәм тормош тураһындағы уйланыуҙар. Әгәр ҙә бөтә шағирҙарҙың һәм композиторҙарҙың ижадын тыңлаһаҡ был Бөйөк ватан һуғышы тарихы антологияһы булыр ине.

Йырҙарҙы кеше тормошо менән сағыштырырға мөмкин. Һәр йырҙың үҙ яҙмышы бар. Ҡайһы бере донъяға килә лә шунда уҡ үлә. Икенселәре бик сағыу булып яна, әммә бик тиҙ арала һүнә. Бик әҙҙәре генә оҙаҡ йәшәйҙәр. «Хор менән дирижерлыҡ итеү» бүлеге үткәргән «Һуғыш менән һуғарылған йырҙар» исемле викторина ошондай әҫәрҙәргә бағышланған ине. Викторина 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем барҙы.

Викторина илдең мәҙәни мираҫын, тарихи ваҡиғалар тураһында иҫтәлектәрҙе һаҡлау, Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә хөрмәт тәрбиәләү кеүек маҡсаттарҙы үҙ эсенә алды.  Викторина һөҙөмтәләре буйынса призлы урындар билдәләнде:

I урын — Ихсанова Динара, Нурметова Диана, Рәхимова Дилара.

II урын –Козлова Валерия , Сибәғатова Лия, Моисеева Мария

III урын – Русецкая Кристина, Назырбаева Рәмилә.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

«Хор менән дирижерлыҡ итеү» бүлеге уҡытыусыһы

Кайбышева Э.К.

Календарь

Октябрь 2022
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Сен    
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • VI Всемирная фольклориада CIOFF
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Национальный проект «Культура»
  • Проект Пушкинская карта

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.