Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Бөгөнгө донъяла толерантлыҡ
2021-02-24

        11 февралдә С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының 1 һәм 2 курс студенттарының Социаль — психологик ярҙам үҙәгенең белгестәре менән осрашыуы үтте. Ғөбәйҙуллина Д.В. «Бөгөнгө донъяла толерантлыҡ» тигән темаға ҡыҙыҡлы дәрес үткәрҙе. Дәрес бөгөнгө донъяла толерантлыҡ һәм уның актуаллеге, йәштәрҙә толерантлыҡ тәрбиәләүҙә социаль-педагогик аспекттар мәсьәләләренә арналды.

         Тема бик актуаль, сөнки хәҙерге заманда, үкенескә, йәмғиәттә агрессияның артыуы күҙәтелә, экстремизм күренештәре лә юҡ түгел, конфликттар даими ҡалҡып тора. Йәштәргә хас максимализм, социаль проблемаларҙы йәһәт кенә хәл итергә ынтылыш арҡаһында йәмғиәттәге тотороҡһоҙлоҡ айырыуса йәштәргә ҡағыла. Сара барышында Диана Вәис ҡыҙы уҡыусыларға башҡаларҙы ихтирам итеүҙең мөһимлеген, ни өсөн проблемаларҙы тыныс юл менән хәл итергә кәрәклеген аңлатты. Башҡа милләттәр менән татыу йәшәүҙең, бер-береңә ҡарата һаҡсыл һәм ихтирамлы булыуҙың әһәмиәте хаҡында тағы ла бер иҫкәртеү менән әңгәмә тамамланды.

Календарь

Март 2023
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Фев    
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Год педагога и наставника
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.