Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Асыҡ дәрес «ДДТ»
2021-04-21

       С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының бәләкәй залында Айбатова Г.Т. Башҡорт музыка әҙәбиәте буйынса «ДДТ» рок-группаһына һәм уның алыштырғыһыҙ етәксеһе Ю.Шевчукка арналған асыҡ дәрес үткәрҙе.  

       Гүзәл Таймас ҡыҙы йырсының тормош юлы, рок-төркөмөнөң үҫеш этаптары, яҡындары тураһында һөйләп үтте. 1982 йылда «Комсомольская правда» гәзите Бөтә Союз  «Алтын камертон» конкурсын иғлан итә. Унда бөтә илдән төркөмдәр ҡатнаша. Шевчуктың төркөмө беренсе турҙан үтә, төркөмдөң рәсми атамаһы мәсьәләһе килеп тыуғас,  «ДДТ» тигән исем алына. Төркөм «Не стреляй» тигән йыр менән был конкурстың лауреаты була.

       1993 йылда Юрий Шевчук иң яҡшы рок-йырсыһы тип табылды. Шевчук илдәге ваҡиғаларға — 1993 йылғы ҡораллы ҡапма-ҡаршы тороуға, Чечнялағы һуғышҡа — киҫкен фекерен белдерә бара, ваҡиғалар уртаһында ҡайнай.

        «ДДТ» төркөмө  хәйриә кисәһе үткәреп Юрий Шевчук концерттың бөтә гонорарын онкологик сирҙән яфа сигеүселәргә ярҙам итеп Доктор Лизаның фондына күсерә.  

         Дәрес видеоклиптар күрһәтеү менән оҙатылып килде. «Нимә ул көҙ» хиты “Вокал ижады” бүлегенең 2 курс курс студенттары Э.Исҡужин һәм Г.Әхмәдйәнова (уҡытыусылары Л.Йәнтурина, Д.Сәхәүтдинова) тарафынан башҡарылды.

Календарь

Август 2022
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Июл    
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • VI Всемирная фольклориада CIOFF
  • Детский культурный форум 2022
  • Единый портал Республики Башкортостан в сфере бизнеса и инвестиций
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Национальный проект «Культура»
  • Проект Пушкинская карта

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.