Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Александр Матросов — Шакирйән Мөхәмәтйәнов иҫтәлегенә арналған студенттарҙың әҙәби флешмобы
2019-10-25

25 октябрҙә «Батырлыҡ йәшәһен быуаттарҙа» исеме аҫтында С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Александр Матросов — Шакирйән Мөхәмәтйәнов иҫтәлегенә арналған студенттарҙың әҙәби флешмобы үтте.

Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата үткәрелгән кисәлә колледжының егеттәре һәм ҡыҙҙары Советтар Союзы геройы, яҡташыбыҙ Александр Матросов — Шакирйән Мөхәмәтйәновтың тормошо һәм батырлығы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алдылар. А.Матросов – Ш. Мухамедьяновтың батырлығы хәрби ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ, тыуған ереңә һөйөү һәм үлемһеҙлек символына әйләнгән.

Легендар геройыбыҙҙың батырлығына арналған рус һәм башҡорт телдәрендә уҡылған шиғырҙар ысын күңелдән һәм йөрәктән һөйләнде. Флешмобты ойоштороусылар дөйөм белем биреү дисциплиналары уҡытыусылары Иванова Ф.Н. һәм Малышкина Л.В. фекере буйынса, бындай саралар илһөйәрлек тәрбиәһе үҫтереүгә булышлыҡ итә, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында белемдәрен киңәйтә.

Дөйөм белем биреү дисциплинаһы уҡытыусыһы Малышкина Л.В.

Календарь

Февраль 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728  

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019