Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Башҡортостан республикаһы композиторҙар союзына – 80 йыл
2021-03-11

        2020 йылда Башҡортостан Республикаһы композиторҙар союзына 80 йыл тулды. 24 февралдә С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында 1 курс өсөн ошо ваҡиғаға арналған сара уҙҙы. Кисәне «Музыка теорияһы» бүлеге уҡытыусыһы Крайнова Е.Р. һәм  «Халыҡ инструменттары оркестры» бүлеге уҡытыусыһы Крайнов О.В. әҙерләне. Сара «Вокал сәнғәт»енең  2 курс студенттары һәм «Уралым»  оркестрының  ҡатнашлығында үтте.  

          Елена Рудольфовна Башҡортостан Республикаһы композиторҙар союзы тарихы тураһында һөйләне, ә студенттар Союз ағзаларының биографияһы, композиторҙарҙың ижады менән таныштырып үттеләр. 

          Уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың һөйләүе слайд, картина менән күрһәтелде. «Уралым» оркестр башҡарыуында (художество етәксеһе һәм дирижеры Крайнов О.В.) композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғыраны.  

         Кисә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте. Студенттар башҡорт композиторҙары ижадына тағы ла мөрәжәғәт итерҙәр тип ышанып ҡалабыҙ.

Календарь

Февраль 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728  

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019