Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
«Һеҙҙең сығыш!» алып барыусылар конкурсы
2021-02-16

        С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында йыл һайын бик күп саралар үткәрелеп тора. Байрам, иҫтәлекле ваҡиғалар, концертттар, конкурстар бер нисек тә алып барыусыһыҙ булмай. Шуның менән бәйле 2019 йылда колледж эсендә алып барыусылар конкурсын йыл һайын студенттар араһында үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Быйыл Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Һеҙҙең сығыш!» исемле алып барыусылар конкурсы 10 февралдә колледждың концерт залында уҙғарылды.

          Сараны колледждың дөйөм белем биреү бүлеге уҡытыусылары Алевский С.А. һәм Иванова Ф.Н. ойошторҙолар һәм үткәрҙеләр. Конкурсанттарҙың сығышын С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусылары Вәлиева Наилә         Ғатаулловна, Илһамова Әлмира Ғәлимйәновна, Крайнова Елена Рудольфовна, Ғибәҙуллина Ләйсән Дамировнанан торған жюри ағзалары баһаланы.

          Ҡатнашыусылар «Визит карточкаһын», «Ҙур сәхнәнән уйындар» монопрограмаһын, шулай уҡ «Диктор», «Мәҫәлдәр менән ҡумта» һәм бер нисә ижади эшкә импровизация эшләп тамашасыларҙа ҡыҙыҡһыныу уяттылар.

          Конкурс бик ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Һәр алып барыусы грамота ғына алып ҡалманы, шулай уҡ тамашасылар һөйөүен дә яуланы.

Иң яҡшы алып барыусылар  булып киләһе студентар табылды:

Ғиниәтуллина Гөлдәр — 1-се урын;

Әхмәтова Алтынай – 2-се урын;

Дәүләтҡолов Эмиль — 2-се урын;

Козлова Валерий– 3-сө урын.

Календарь

Февраль 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728  

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019