Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
«Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай…» (1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала) 1941-1945 йылдар осоро
2020-05-04

Һуғыш башы. «Барбаросс» планы

1941 йылдың  22 июнендә таңғы сәғәт 4-тә фашистик Германия һуғыш иғлан итеп тормайынса беҙҙең илгә һөжүм итә. Фашистик Германия менән Адольф Гитлер идара иткән була. Улар Советтар Союзын баҫып алыр өсөн “Барбаросс” планы төҙөйҙәр, йәғни беҙҙең илебеҙҙе 2 ай эсендә баҫып алып илебеҙҙең бөтә байлыҡтарына хужа булып, кешеләрҙе ҡол итергә йә үлтереп бөтөргә теләй ул.

1941 йылдың йәйе һәм көҙө

Һуғыштың тәүге айҙары. Һуғыштың тәүге айҙарында беҙҙең Армия сигенергә мәжбүр була. Сөнки беҙҙең илебеҙ һуғышҡа әҙер булмай. Һуғыштың тәүге айҙарында беҙҙекеләр бик күп хәрби техника һәм һалдаттарын юғалта.

Мәскәү өсөн алыш (сентябрь-декабрь 1941 йыл).

Сентябрь аҙағына дошман Мәскәүгә яҡынлаша. Баш ҡалаға 300 километр ҡала. Немецтар Ленинград эргәһенә килеп етә, Ҡырымға бәреп инә. Ямғырҙар һәм һалҡындар башланғанға тиклем “Барбаросса” планы маҡсаттарына өлгәшеү өсөн немец-фашист командованиеһына ашығырға тура килә. Хәл иткес операцияны тормошҡа ашырыуға Гитлер командованиеһы “Үҙәк” армиялар төркөмө составында 1,8 миллион кеше, 14 меңдән ашыу орудие һәм миномет, 1,7 мең танк, 1390-ға яҡын самолет йәлеп итә.

Немец-фашист ғәскәрҙәренең Мәскәүгә һөжүме 30 сентябрҙә Брянск һәм 2 октябрҙә Вязьма йүнәлештәрендә башлана. II Донъя һуғышында Мәскәү янындағы иң ҙур алыштарҙың береһе 1 мең километрлыҡ арауыҡта бара һәм алты айҙан ашыу дауам итә. Был һуғыш көсөргәнешлеге һәм аяуһыҙлығы менән айырылып тора.

Башта дошман ҡеүәтле һөжүме менән совет ғәскәрҙәренең оборонаһын өҙә, ҙур танкылар хәрәкәте менән уларҙың тылына сығып, Брянск һәм Вязьма эргәһендә дүрт фронт ғәскәрен ҡамауға ала. Мәскәүгә 80-100 километр ғына ҡала. Октябрь уртаһында Мәскәү өсөн иң ауыр көндәр башлана. Волокаламск, Можайск, Малоярославец йүнәлештәрендә совет ғәскәрҙәренең ҡаршылығы артҡандан-арта бара, һәм октярь аҙағына немецтарҙың Мәскәүгә ынтылышы ҡырҡа һүлпәнәйә. Илебеҙҙең баш ҡалаһын ҡаһармандарса оброналау 67 тәүлек дауам итә, дошман туҡтатыла.

1941 йылдың 5 декабрендә Калинин фронты ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. Ғәйәт ҙур тырышлыҡ менән 1942 йыл башына улар дошман төркөмдәрен ҡыйратып, Мәскәүҙән 100-250 саҡрымға алып ташлай, 11 меңдән ашыу ауыл-ҡаланы азат итә.

Шулай итеп, Гитлер командованиеһының йәшен тиҙлегендәге һуғыш планы өҙөлә. “Еңелеү белмәҫ армия” беренсе тапҡыр ҙур уңышһыҙлыҡҡа осрай. Мәскәү эргәһендә генә немец-фашист ғәскәре миллиондан ашыу һалдатын юғалта.

Ленинград блокадаһы (8 сентябрь 1941 й. – 27 ғинуар 1944 й.).

1941 йылдың 8 сентябрендә немецтар Ленинградты блокадаға ала. Был блокада 900 көн һәм төн дауам итә. Бындай иң ҡурҡыныс, иң ҡот осҡос блокада бөтә донъяла бер ваҡытта ла булғаны юҡ. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, блокада осоронда 400 меңдән миллион ярымға тиклем кеше һәләк була.

Ҡала тик Ладога күле аша ҙур ер менән тоташа. 1941йылдың 12 сентябренән башлап аҙыҡ-түлек һыу юлы аша, күл боҙ менән ҡапланғас, аттарҙа ташыла. Немецтар уны туҡтамай авиация утына тота. Ошоға ҡарамай, ул халыҡты, яралы һалдаттарҙы эвакуациялау, блокадала ҡалғандарға ҡорал, аҙыҡ- түлек ташыуҙа мөһим роль уйнай.

1944 йылдың 14 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинградта һөжүм операцияһын башлай. Бер нисә көн барған тигеҙ булмаған алышта, йәғни  27 ғинуарҙа, оҙаҡҡа һуҙылған, меңәрләгән ғүмерҙе өҙгән блокада өҙөлә һәм Гитлер ғәскәре сигенә

Сталинград алышы (17 июль 1942 й. – 2 февраль 1943 й.).

Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы иң ҡаты, иң аяуһыҙ алыш ул. Бер туҡтауһыҙ янғын, өҙлөкһөҙ пушка, орудиеларҙың тауышы аҫтында һәр бер өй, йорт, һәр бер метр өсөн совет һалдаттары 200 көн буйына һуғыша.

Ҡала өсөн һуғыш стратегик әһәмиәттән тыш идеологик маҡсатҡа ла эйә булған. Ил башлығы исемен йөрөткән ҡаланы алыу өсөн Гитлер ҙур көстәр ебәрә. Сталинградты дошмандар аҙна-ун көн эсендә генә ҡулға төшөрөргә иҫәп тота. Ләкин, вермахтың планы тормошҡа ашмай. Ярты йылға һуҙылған ҡан ҡойошло бәрелештә ҡала һаҡлап алып ҡалына.

1942 йылдың 17 июленән алып 1943 йылдың 2 февраленә тиклем барған алышта ике яҡтан да миллиондан ашыу ғәскәр йәлеп ителә. Сталинградты алып, Волганы аша сығып, артабан илебеҙҙең Уралға тиклем һуҙылған территорияһын баҫып алыу өсөн дошман әллә нисә меңләп самолет, танк һәм үҙйөрөшлө артиллерияһын йүнәлтә.

Курск һуғышы (5 июль – 23 август 1943 йыл).

1943 йылдың 5 июленән 23 авгусҡа тиклем дауам иткән Курск һуғышы (Курск дуғаһындағы һуғыш) – Бөйөк Ватан һуғышындағы төп һәм иң ҡаты алыштарҙың береһе. Совет һәм Рәсәй тарихында был һуғышты өс өлөшкә бүләләр: Курск оборона операцияһы (5-23 июль); Орел (12 июль – 18 август) һәм Белгород-Харьков (3-23 август) һөжүм операциялары. Германия командованиеһы “Цитадель” исемле хәрби операция әҙерләп, уны 1943 йылдың апрелендә раҫлай. Немец-фашист ғәскәрҙәренең һөжүмгә әҙерләнеүе тураһындағы мәғлүмәткә эйә булған Юғары Башкомандование Ставкаһы Курск дуғаһында ваҡытлыса оборонаға күсергә һәм уның барышында дошмандың удар төркөмдәрен ҡыйратып, совет ғәскәрҙәренә башта контрһөжүм, унан һуң стратегик һөжүм өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға ҡарар итә.

“Цитадель” операцияһын үткәреү өсөн Германия командованиеһы участкала 50 дивизия, шул иҫәптән 16 танк һәм моторлаштырылған дивизия туплай. Совет сығанаҡтары мәғлүмәтенә ҡарағанда, дошман төркөмөндә 90 меңгә яҡын кеше, 10 меңгә тиклем орудие һәм миномет, 2,7 мең самаһы танк һәм 2 меңдән ашыу самолет иҫәпләнгән. 4-се һәм 6-ы һауа флоттары немец ғәскәренә күктән ярҙам итә.

Юғары Башкомандующий Ставкаһы Курск һуғышы башланыуға 1,3 миллиондан ашыу кешене, 20 меңгә тиклем орудие һәм минометты, 3300-ҙән ашыу танкыны һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһын, 2172 самолетты үҙ эсенә алған төркөм (Үҙәк һәм Воронеж фронттарын) төҙөй. Фронт ғәмәлдәрен Ставка вәкилдәре Советтар Союзы Маршалдары Георгий Жуков менән Александр Василевский көйләй.

12 июндә Прохоровка тимер юл станцияһы эргәһендә Белгородтан төньяҡҡараҡ 56 саҡрымда Икенсе донъя һуғышында иң ҙур танкылар һуғышы була. Совет ғәскәрҙәре һөжүмгә барған “Кемпф” оператив төркөмөнә ҡаршы сыға. Ике яҡтан һуғышта 1200 самаһы танк һәм үҙйөрөшлө ҡулайлама ҡатнаша. Ҡаты алыш көн буйы дауам итә, кискә табан танк экипаждары пехота менән бергә дошманға ташлана, ҡул һуғышы башлана.

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, вермахт Курск һуғышында 30 һайланма дивизияһын, шул иҫәптән 7 танк дивизияһын, 500 меңдән ашыу һалдатын һәм офицерын, 1,5 мең танкыһын, 3,7 меңдән ашыу самолетын, 3 мең орудиеһын юғалта. Совет ғәскәрҙәренең юғалтыуҙары тағы ла күберәк: был һуғышта 863 мең кеше һәләк була. Курск янында Ҡыҙыл Армия 6 меңгә яҡын танкыһын юғалта.

Курск һуғышынан һуң фронтта көстәр нисбәте ҡырҡа Ҡыҙыл Армия файҙаһына үҙгәрә. Был иһә дөйөм стратегик һөжүмде ойоштороу өсөн ыңғай шарттар тәьмин итә

 

Днепр өсөн алыш (сентябрь-ноябрь 1943 йыл).

1943 йылдың икенсе яртыһында Днепр ярҙарында ССР Союзы Хәрби Советы тарафынан үткәрелгән Бөйөк Ватан һуғышының бер-береһенә бәйле бер нисә стратегик операцияһы.

Ике яҡтан алышта 4 миллион кешегә яҡын кеше ҡатнаша, ә уның фронты 750 километрға һуҙыла. Дүрт айлыҡ операция барышында Уң яр буйы Украинаны Ҡыҙыл Армия тулыһынса тиерлек нацист баҫҡынсыларынан азат итә. Операция барышында Ҡыҙыл армияның байтаҡ көстәре йылға аша сыға, йылғаның уң ярында бер нисә стратегик плацдармдар булдыра, шулай уҡ Киев ҡалаһын азат итә. Днепр өсөн алыш донъя тарихында иң эреләрҙән һанала.

 

Календарь

Ноябрь 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019