Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
А.П.Чехов әҫәрҙәренә иллюстрациялар конкурсы
2020-02-03

2020 йылдың 20 ғинуарынан 3 февраленә тиклем  С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында  А.П.Чехов әҫәрҙәре буйынса иллюстрациялар конкурсы үтте. Был конкурс прозаик һәм драматург А.П.Чеховтың тыуыуына 160 йыл тулыуға арналған ине.

А.П.Чехов дөйөм танылған донъя әҙәбиәте классигы. Уның пьесалары, айырыуса «Сейә баҡсаһы», йөҙ йылдан ашыу донъя театрҙары сәхнәһенән төшмәй. Донъяла иң танылған драматургтарҙың береһе. Үҙенең ғүмере ҡыҫҡа булыуына ҡарамаҫтан (44 йыл ғына йәшәй), бик күп хикәйә һәм повестар  яҙа. 26 йыл ижад ғүмерендә Чехов 900 тирәһе әҫәр яҙа (ҡыҫҡа юмористик хикәйәләр, етди повестар, пьесалар), уларҙың күбеһе классик донъя әҙәбиәте булып китә. Цитаталарын беҙ әлегә ваҡытта ла тормошта ҡулланабыҙ. Нәҡ шуға күрә лә уны бөтә илдә беләләр һәм яраталар.

Яҙыусының юбилейына арналған конкурста колледждың бөтә курс студенттары ла  ҡатнашырға теләк белдерҙеләр.

Колледж уҡытыусылары Иванова Ф.Н., Шәрәфүтдинова И.И. һәм Алевский С.А.   жюри ағзалары булдылар. Улар иң яҡшы өс иллюстраторҙы  билдәләү бик ҡатмарлы булғанлыҡтан алты призлы урын биләләнеләр:

I урын – Таһирова Дилә (ДПИ II курс), Вәлиахметова Валерия (ХТ I курс);

II урын – Астанова Ангелина (ФО I курс), Ҡалмурзина Лиә (ДПИ III курс), Асҡаров Валерий (ХТ I курс);

III урын – Ситдиҡова Әдилә (ДПИ I курс).

Фәниә Иванова

Календарь

Апрель 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019