Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Мин-студент
2019-10-02

2 октябрь Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының беренсе курстарын студенттар рәтенә ҡабул итеү сараһы үтте.

Сарала беренсе курс студенттары өсөн төрлө һынауҙар әҙерләнгән ине.

Өлкән курс студенттары тарафынан әҙерләнгән «музыка», «театр», «спорт» һ. б. төрлө биремдәрҙе беренсе курс студенттары станциялар буйлап үттеләр. Биремдәр ҡыҙыҡлы һәм принцип буйынса төҙөлгән, шуға күрә һәр биш командала төрлө бүлексәнән студенттар йыйылған ине. Был студенттарға артабан аралашыу өсөн яҡшы мөмкинлек бирә.

Биремдәрҙе үтәп, музыканттар, рәссамдар һәм хореографтар үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәттеләр. Бөтә этаптарҙы ла командалар лайыҡлы үтте, уларҙың барыһын да өлкән курс студенттары концерт залында ҡаршы алдылар. Йола буйынса, студенттар тантаналы ант әйттеләр һәм беренсе флешмобта ҡатнаштылар. Алып барыусылар Рәмилә Назырбаева һәм Вячеслав Назаров сарала ҡатнашыусылар өсөн йылы дуҫтарса атмосфера булдырҙылар.

Беренсе курс студенттары студент тормошона тиҙ өйрәнделәр. Ай эсендә колледжда үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаштылар. Студенттарға танышыу, коллектив туплау өсөн тренинг дәрестәре үткәрелде. Был дәрестәр уҡыусыларға яҡшы атмосфера булдырыу мөмкинлеген тыуҙыра, шулай уҡ үҙ-үҙҙәренә ышанысты үҫтерә, еңел һәм иркен аралашыу, фекерҙәш һәм проблемалы ситуацияны уңышлы хәл итергә өйәрәтә.

Бындай саралар социаль-психологик уңайынан студенттарға колледж тормошона яраҡлашырға булышлыҡ итә, яңы коммуникатив бәйләнеш барлыҡҡа килтерә.

Альмира Илһамова, Елена Сергеева

Календарь

Февраль 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728  

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019