Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
2019 йылдың 1 мартында Башҡортостан Республикаһы Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының отчет-һайлау конференцияһы үтте
2019-03-01

Делегаттар араһында С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы вәкилдәре лә булды. Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе З. Рәхмәтуллина башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, киләһе эш йүнәлештәрен асыҡланы. Дөйөм алғанда, бөтөн йүнәлештәрҙә лә ыңғай динамика күҙәтелеүе билдәләнде.

Конференцияла сығыш яһаусылар милли спорт төрҙәрен, милли кейем өлгөләрен, ғаилә ҡиммәттәрен, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү кеүек темаларҙы күтәрҙе. Шулай уҡ эскелек, суррогат иҫерткес эсемлектәрҙе һатыу кеүек проблемаларға ла ҙур иғтибар бирелде.

З.Н. Рәхмәтуллина йәшәү урынын алмаштырыу сәбәпле, яңы һайлауҙар үтте. Рәйес итеп бер тауыштан башҡарма комитеттың артабанғы үҫеше программаһын тәҡдим иткән Фәнил Бүләков һайланды. 

Конференцияның һуңында тантаналы рәүештә әүҙем йәмәғәтселәр бүләкләнде.

Әнисә Хажиева

Календарь

Февраль 2026
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728  

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019