Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
Афғанстан: беҙҙең хәтер һәм һыҙланыу (Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыуға бағышлана)
2019-02-15

С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында үткән аҙна һис ҡасан онотолмаҫлыҡ ваҡиғаларға арналды. 15 февралдә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулды, был көн Рәсәй тарихына Хәтер, ҡайғы һәм күҙ йәше көнө булараҡ яҙылды. Сөнки ул көн яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған, ата-әсәһен, һөйгәнен, туғандарын, тыумаған балаларының йылмайыуын, аҡ ҡайындарҙың гүзәллеген, баш осондағы зәңгәр күкте күреүҙән мәхрүм ҡалған яугирҙарға арналған.

Яҙмаған беҙгә бәхеттәр: 
Беҙ — һөйөлөп туймағандар.
Тик әсәләр һаман көтә, 
Өмөттәрен юймағандар. 
Һиҫкәнәләр, беҙҙер тиеп, 
Елдәр ҡаҡһа ишек-ҡапҡа, 
Улым тере, тере, тиеп, 
Ышанмайса “ҡара” хатҡа. 
Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә 
Ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар, 
Татлы төштәргә инербеҙ — 
Шәһит булып ҡалған улдар. 
Талпынып, йәнебеҙ осор, 
Әсәйҙәр, һеҙ ҡалған яҡҡа. 
…Беҙҙе үлем ала алмай 
Хәтер тере тотҡан саҡта (Г.Ситдиҡова).

…Тап шиғри юлдарҙан яугир-интернационалистар менән осрашыу башланды. Уны Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы «Афғанстан — тере хәтер» республика күргәҙмә акцияһы сиктәрендә ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусы С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының 2 курс уҡыусылары яугир-интернационалистарҙың күргән-кисергәндәрен һөйләгәндәрен, гитараға ҡушылып йырлауҙарын тын да алмай тыңланы. Ул ҡурҡыныс көндәр һаманғаса яугирҙарҙың төштәренә инеп яфалай, йәшләй һәләк булған иптәштәренең йөҙө әлегәсә күҙ алдында… Китаптағы түгел, ә тере яҡташ геройҙар менән осрашыу, айырым эскерһеҙ мөхит битарафлыҡҡа, вайымһыҙлыҡҡа урын ҡалдырманы.

Колледждың үҙендә беҙҙең тарафтан «Афғанстан: оноторға хаҡыбыҙ юҡ» тип исемләнгән Хәтер дәрестәре ойошторолдо. Бөтөн бүлексәләрҙең 1 курсында үткән дәрестәр яугир-интернационалистар өлгөһөндә уҡыусыларҙа гражданлыҡ, илһөйәрлек тойғоһон, батырлыҡ, өлкән быуынға ихтирам тәрбиәләүгә, рухи байлыҡты арттырыуға йүнәлтелде.

Бынан тыш уҡыу йортобоҙҙоң студенттары һәм уҡытыусылары  Учалы тау сәнәғәте колледжы ойошторған «Афғанстан күңелемдә һыҙлай…» тип исемләнгән сарала ҡатнашты. Яугир-интернационалистарға арналған музыкаль номерҙар менән А.Р. Йосопова, И. Солтанморатова һәм Д. Йәһүҙина сығыш яһаны.

15 февралдә колледждың биш тиҫтәгә яҡын студенты яугир-интернационалистарҙың һәйкәле янында үткән митингыла ҡатнашып, «утлы нөктә»ләрҙән ҡайтмағандарҙың рухы алдында баш эйҙе, мемориалға сәскә-япраҡтарҙан үрелгән бәйләмдәр һәм тере сәскәләр һалды. Һуңынан студенттар Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулыуға арналған концертта булды.

Ул ваҡиғаларҙан беҙҙе тиҫтәләрсә йылдар айыра, әммә һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәһе, туғандары, тол ҡатындары һәм балалары йөрәгендә яра һаман һулҡылдай. Яуҙарҙа ғүмер ебе иртә өҙөлгәндәрҙең яҡты һыны мәңге булһын хәтерҙә! Тереләргә һаулыҡ һәм именлек! Ватанды һаҡлаусыларға дан!

Людмила Малышкина,

Әлмира Илһамова

Календарь

Ноябрь 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930  

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019