Обычная версия сайта
Версия сайта для слабовидящих
Учалинский колледж искусств и культуры
им.С.Низаметдинова
Государственное бюджетное профессиональное
образовательное учреждение
Республики Башкортостан
«ЙӘШ ТАЛАНТТАР» – 2019
2019-02-15

15 февралдә С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында «Йәш таланттар-2019» Бөтә Рәсәй арт-проектының II һайлау туры үтте. Конкурста 13 мәктәп вәкилдәре ҡатнашты:  Учалы, Белорет, Межгорье ҡалалары, Уральск, Учалы, Ураҙ, Тирлән, Ахун, Ү.Әүжән, Инйәр, Сәрмән, Ҡунаҡбай, Комсомольск ауылдарының балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренән 220 ҡатнашыусы һәм 115 уҡытыусы!

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы, балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыларынан торған жюри 570 музыка әҫәрен баһаланы, ә уларҙы бер-бер артлы тыңлағанда был теүәл 24 сәғәтте тәшкил итер ине!

Бәйге түбәндәге номинациялар буйынса уҙҙы: 
— Фортепиано

— Ҡыллы инструменттар

— Ағас тынлы инструменттар

— Еҙ тынлы инструменттар

— Һуҡма инструменттар

— Баян, аккордеон, гармун

— Домра, гитара

— Ҡурай

— Думбыра, ҡыл-ҡубыҙ

— Академик йырлау

— Халыҡ йыры

— Эстрада йырын башҡарыу

— Театр жанрҙары

«Йәш таланттар-2019» Бөтә Рәсәй арт-проекты бәйге һынауы ғына түгел, ә ижад, башҡарыу оҫталығы, илһам байрамы, һәм, әлбиттә, күп ҡырлы классик музыка донъяһында яңы исемдәр асыу тантанаһы ла ул.

Йәш музыканттарҙың барыһына ла – лауреаттарға һәм ҡатнашыусыларға грамоталар тапшырылды. Конкурсанттарҙы әҙерләгән уҡытыусылар, концертмейстерҙар, директорҙар, жюри ағзалары Маҡтау һәм рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Конкурста ҡатнашыусыларға артабан да ижади уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Ойоштороусылар комитеты һәм баһалама ағзаларының ҡарары буйынса, еңеүселәр 20-29 мартта Октябрьский, Салауат, Өфө ҡалаларында үтәсәк Бөтә Рәсәй конкурсының III турында ҡатнашасаҡ.

«Йәш таланттар-2019» Бөтә Рәсәй арт-проектының II һайлау этабының һөҙөмтәләрен  һылтанма буйынса ҡарарға була http://ukiik.ru/

 

Календарь

Июнь 2024
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Ссылки

  • http://edu.ru
  • http://kulturarb.ru
  • http://mkrf.ru
  • http://www.irorb.ru
  • http://минобрнауки.рф
  • Госуслуги
  • Министерство культуры Республики Башкортостан
  • Министерство образования и науки Республики Башкортостан
  • Независимая оценка качества условий осуществления образовательной деятельности
  • Образовательная платформа Юрайт
  • Проект Пушкинская карта
  • РУМЦ РБ
  • ФГИС Моя школа

Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика

 

БУДЬТЕ С НАМИ -

Все права защищены. © УУИиК | Официальный сайт Учалинского Училища Искусств и Культуры. Размещение в других источниках разрешается только по договоренности с УУИиК. 2020 г.

Архив новостей

  • 2022
  • 2021
  • 2020
  • 2019